Республика Башлығы Белорусь Республикаһына эшләекле сәфәрҙең аҙағына етеүе тураһында хәбәр итте.
"Белоруссияла эшебеҙҙе тамамлайбыҙ. Гомелдән Минскиға ҡайтып барғанда Ҡыҙыл Ярҙа (Красный Берег) туҡталдыҡ. Был, ышанырлыҡ түгел, – балалар концлагеры, унда яралы вермахт һалдаттары өсөн меңәрләгән белорус балаларының ҡанын алғандар... Был – үҙен цивилизациялы тип атаған Көнбайыштың ниндәй икәне хаҡында. Хәтерҙә һаҡларға кәрәк. Көслө булырға кәрәк. Һәм махсус хәрби операциялағы нисәлер тиҫтә йылдар элек кенә булған хәлдәрҙең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа ынтылған һалдаттарыбыҙ өсөн доға ҡылырға. Мәңге хәтерҙә! Белорус туғандарыбыҙға ихлас мөғәмәлә һәм һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт!" – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фотолағы мемориаль комплекстың "15 йәшлек Катя Сусанинаның фашист тотҡонлоғонан яҙған хаты" тарихын һөйләп китмәй булмай.
...1944 йылда Белоруссияның Лиозно ҡалаһын азат иткәс, өйҙәрҙең береһендә емерелгән мейесте һүткәндә, кирбес араһынан еп менән тегеп сығылған кескәй генә һары конверт табыла. Уның эсендә Гитлер помещигына ҡоллоҡҡа бирелгән белорус ҡыҙы Катя Сусанинаның хаты була. Өмөтһөҙлөктөң сигенә еткерелгән ҡыҙ бала 15 йәше тулған көндө үҙ-үҙенә ҡул һала... Үлер алдынан атаһына һуңғы хатын яҙа ул. Конвертта адресы тора: "Действующая армия. Полевая почта №... Сусанину Петру".
Ҡыҙыҡайҙың хатын тыныс күңел менән уҡып булмай, ул шул ҡәҙәр тетрәндергес... Хат шундай һүҙҙәр менән башлана: "Ҡәҙерле, изге күңелле атаҡайым! Һиңә был хатты немец әсирлегенән яҙам. Атаҡайым, һин был хатты уҡығанда тере булмайым инде. Һиңә үтенесем, атай: немец ҡан эскестәренә яза бир. Был үлеп барған ҡыҙыңдың васыяты..."
"Атаҡайым, миңә бөгөн 15 йәш тулды, һәм хәҙер һин мине осратһаң, үҙ ҡыҙыңды танымаҫ инең. Үтә ябыҡтым, күҙҙәрем төпкә батты, толомомдо ҡырып ташланылар, ҡулдарым кипте, улар тырмаға оҡшап тора. Йүткергәндә ауыҙымдан ҡан килә – үпкәләремде иҙҙеләр..."
"Миңә йәшәргә бирмәгән аяуһыҙ немецтарҙа ҡол булып яфаланғым килмәй!.. Васыят итеп әйтәм, атай: әсәйем һәм минең өсөн үс ал. Бәхил бул, атайым, үлергә китәм. Һинең ҡыҙың Катя Сусанина..."
Ҡот осҡос вәхшилек... Ошо хаҡта онотоп буламы ни?! Оноторға хаҡыбыҙ бармы?!.
Фото: республика Башлығы сайты.