19 ғинуарҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.
Әңгәмәлә ул патриотик туризм темаһын күтәрҙе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан яугирҙәре Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнашҡан.
“1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, совет армияһы, шул иҫәптән Башҡортостан яугирҙәренән торған подразделениелар ҙур юғалтыу кисерә. Беларусь етәкселеге, Рәсәй Федерацияһы илселеге менән ошо турала һөйләштем. Һәләк булғандарҙы асыҡлау һәм уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән алдыбыҙҙа ҙур эш тора”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы, республика яугирҙәренең ҡайҙа һуғышҡанын аныҡ билдәләү өсөн тарихи һәм хәрби-тарихи ойошмаларҙың эшен берләштерергә кәрәк, тигән фекер белдерҙе.
“Беҙҙең өсөн Беларусь менән бәйләнеш техник йәки коммерция йүнәлештәренә ҡоролмаған. Һеҙ – беҙҙең туғаныбыҙ. Тартынып тормайынса, һәр саҡ шулай тием. Һеҙҙең менән йәшәргә һәм тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Фото, текст сығанағы: glavarb.ru/rus/press