19 ғинуарҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.
Әңгәмәлә ул быйыл июндә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы үткәрелеүе тураһында һөйләне. Мәғлүм булыуынса, мәртәбәле форум үткәреү башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко тәҡдим иткәйне. Әле ошо мөһим ваҡиғаға әүҙем әҙерлек бара.
Радий Хәбиров Беларусь Республикаһындағы агросәнәғәт комплексының ғилми ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе һәм Башҡортостан Фәндәр академияһы, агросәнәғәт, машиналар эшләү өлкәһендәге ғилми учреждениелар араһындағы хеҙмәттәшлекте көсәйтеү теләген белдерҙе. Ул шулай уҡ Башҡортостанда 12 мең белорус йәшәүен, белорус тарихи-мәҙәни үҙәге, “Сябры” фольклор төркөмө эшләүен телгә алды.
Әйткәндәй, Төбәктәр форумы алдынан Башҡортостанға Беларусь рәссамдары килеп, үҙ күҙлегенән республикабыҙ тәбиғәтен сағылдырасаҡ. Белоруссияға Башҡортостан рәссамдары ла ошондай уҡ сәфәр ҡыласаҡ.
“Евразия йөрәгендә Славян баҙары” фестивале Төбәктәр форумы программаһында төп сара буласаҡ. “Славян баҙары”нда сығыш яһаған һеҙҙең башҡарыусыларҙы ла унда саҡырабыҙ. Минеңсә, бик ҡыҙыҡ буласаҡ”, – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров.
Фото: mgazeta.com
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press