Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2023, 13:00

"Ҡайһылай йылы икән!" тигән яугирҙәребеҙ

Зилә Лира: "Ҡулым таҙа саҡта фото ебәреп ҡалайым әле. Кейеҙ баҫып йөрөйөм. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә..."

"Ҡайһылай йылы икән!" тигән яугирҙәребеҙ
"Ҡайһылай йылы икән!" тигән яугирҙәребеҙ

Танылған йырсы Зилә Лираның күптәр кейеҙҙән бик матур әйберҙәр эшләүен яҡшы белә. Ул бер яугиргә кейеҙҙән билбау эшләп ебәргән һәм уны башҡалар ҙа оҡшатҡан. Был хаҡта "Таң" гәзите хәбәр итә.

"Ҡулым таҙа саҡта фото ебәреп ҡалайым әле. Кейеҙ баҫып йөрөйөм. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә билбау итергә. Бер һалдаттың әсәһе менән бәйләнешкә сыҡҡайным. Ул, билбау булһа, яҡшы булыр, тигән. Үҙенә ебәрҙе кейеҙ билбауҙы. Башҡа егеттәр ҙә, ҡайһылай йылы икән дә, тип шуны һорағандар".
Ошо Зилә Лираның эшләмәгән эше юҡ: бер ҡараһаң, киноға төшөп йә кино төшөрөп йөрөй, икенсе юлайы тамада булып туй-юбилейҙарҙы биҙәй, өсөнсө ҡараһаң, ҡайҙалыр ҡатын-ҡыҙҙарға кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәтә йә тамашасы күңелен арбап, ҙур сәхнәләрҙе биҙәп, һоҡланғыс таланты менән кеше күңелен имләп йөрөй.
Бына әле Мәһәҙей ҡыҙы Өфөлә яугирҙәргә билбау, билдек (пояс) эшләр өсөн кейеҙ баҫып йөрөй", - тип яҙҙы журналист Айһылыу Ғарифуллина.

Бөрйән ҡыҙының йылы кейеҙ билбауҙары яугирҙәргә тыуған яҡтың йылы сәләме һәм һаулыҡтарын һаҡлаусы бер изге ҡомартҡы булып барып етһен! Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, Зилә ханым!

Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: