Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров шәхси сәхифәһендә сираттағы пост ҡалдырған.
"Яугирҙәребеҙҙең Соледар ҡалаһын ҡаһарманлыҡ менән азат итеүе тураһындағы яңылыҡтарҙы рәсми Киев, асыҡтан-асыҡ әйткәндә, уйлап сығарылған мәғлүмәттәр менән бөтөрөргә тырыша. Был көрәшкә Украина президенты ла ҡушыла. Владимир Зеленский Украинаның Милли именлек һәм оборона советының 198 кешегә - күбеһенсә Рәсәй граждандарына, шул иҫәптән Украина һәм Белоруссияның бер нисә гражданына ҡаршы шәхси санкциялар индереү тураһында ҡарарын раҫланы. Исемлектә шулай уҡ Башҡортостандан дүрт медиаменеджер: РБК-Өфө холдингының генераль директоры Рауил Ватолин, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, "Вся Уфа" телеканалының элекке директоры Азамат Йәнбирҙин, "Business FM Ufa" радиостанцияһының генераль директоры, "Өфөтайм" порталы хужаларының береһе Станислав Челнынцев бар.
Бындай осраҡтарҙа уларҙы традицион рәүештә ҡотларға кәрәк: тимәк, эшмәкәрлектәре эҙһеҙ үтмәй. Ләкин шаяртыуҙарҙы туҡтатһаҡ, быларҙың барыһы ла күңелһеҙ күренеш: бөгөнгө Украинаның бөтөнлөгөнә, улар рәсми рәүештә үҙҙәре танығанса, Чебурашка ла, "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" балалар тапшырыуын алып барыусы ла, донъялағы ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртҡан журналистар ҙа янай, имеш. Зеленский санкциялары Украинаның дәүләт наградаларынан мәхрүм итеүҙе һәм ошо ил биләмәһендә булған активтарын бөтөрөү (журналистарыбыҙҙың теге йәки был төрө булыуына шикләнәм), шулай уҡ уларҙың дәүләте биләмәһендә йөрөүҙе тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота. Был исемлектә булғандарға, Украина буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлектәре юғалыу сәбәпле, ҡайғырмаҫҡа тәҡдим итәм - алмашҡа республикабыҙға ҡунаҡҡа саҡырам һәм артабан да эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем", - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.