Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Белоруссияға сәфәргә бәйле түбәндәге фекерҙәре менән бүлешкән.
“Беҙҙең делегация союздаш дәүләттең иленә ҙур сәфәрен тамамланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәре етәкселәре араһында яңы йылда Белорусь Республикаһында булып ҡайтҡан беренсе етәкселәрҙән булды.
Әйткәндәй, союз эштәре тураһында: рәсми делегацияларға килгәндә, былтыр Рәсәйҙән Белоруссияға һәм беҙҙең яҡҡа табан 100-гә яҡын сәфәр иҫәпләнә. Был - ике яҡлы ныҡлы мөнәсәбәттәрҙең аныҡ күрһәткесе. Башҡортостан - Беларусь линияһы буйынса мөнәсәбәттәр бөтөнләй яңы, юғарыраҡ кимәлгә сыға. Республикабыҙ етәксеһе Белоруссияның Премьер-министры Роман Головченко, Президенттың эштәр идарасыһы Юрий Назаров менән бер нисә осрашыу үткәрҙе. Шулай уҡ беҙҙең делегацияны Рәсәй Федерацияһының Белоруссиялағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов ҡабул итте. Билдәләп үтәйем: сәфәр бик һөҙөмтәле үтте. Төп ҡаҙаныштарҙан түбәндәгеләрҙе билдәләр инем:
Партнёрҙарыбыҙ менән 2023 йылдың 26-28 июнендә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумына әҙерлекте тикшерҙек. Шуның менән бәйле, 2023 йылдың яҙында хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн Өфө - Минск - Өфө тура авиарейстары асыла. Форум сиктәрендә күргәҙмә, мәҙәни, спорт майҙансыҡтарын ойоштороу планлаштырыла.
Сауҙа әйләнеше күләмен арттырыу мөмкинлектәрен, шулай уҡ ихтыяж ҙур булған продукциялар етештереүҙе туплау буйынса проекттарҙы тикшерҙек (2022 йылдың декабрендә Өфөлә уҙған Халыҡ-ара бизнес аҙналығы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һәм Беларусь предприятиелары дөйөм суммаһы 60 миллион һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән. Улар, атап әйткәндә, Беларусҡа "Башҡортостан сода компанияһы" продукцияһын ебәреүҙе күҙ уңында тота).
Форумда амкадор менән иген киптереү ҡорамалдары эшләү заводын сафҡа индерергә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн техника етештереү буйынса завод төҙөй башларға һөйләштек.
Беҙ шулай уҡ хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләгән сәнәғәт заводтарын һәм тегеү фабрикаларын ҡараныҡ. Ошо йәһәттән дә белорус коллегаларыбыҙ менән үҙ-ара эш итеүҙе туҡтатмайбыҙ. Партнерлыҡ сиктәрен киңәйтеү өсөн хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тикшерҙек, юл картаһын һәм эшсе төркөм ойошторҙоҡ. Был Башҡортостан менән Белоруссия предприятиелары араһында тәрәнерәк интеграцияға булышлыҡ итәсәк. Беларусь етәкселеге беҙҙең республика Башлығының Беловежск зубрҙарын Башҡортостанға алып килеү буйынса башланғысын хупланы.
Был ваҡытта Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров етәкселегендәге делегация ла ошонда сәфәрҙә ине. Быны беҙҙең өсөн ыңғай билдә тип иҫәпләйем - тимәк, перспективалы планлаштырыуҙы аныҡ иҫәпләйбеҙ.
Союз дәүләте үҙ сиктәрен нығытыуға иғтибарын йүнәлтә, айырыуса Көнбайыштан күршеләр уларға яҡынлашырға ниәтләгән саҡта. Шул уҡ ваҡытта Сергей Лавров Европаның айырым сәйәсмәндәре араһында "айныу" тойола тип билдәләне, был Американың Европаға ҡарата мөнәсәбәте менән дә бәйле.
Шуға күрә, ҡайһы бер илдәр башҡаларҙың иҡтисадын йотҡан саҡта, Рәсәй дәүләте эшлекле ышаныслы мөнәсәбәттәр булдырыуға иғтибарын йүнәлтә”, - тип яҙған Премьер-министр.
Фото: veteranrb.ru