Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2023, 20:00

"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"

Республиканан быйылғы тәүге гуманитар ярҙам Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәренә һәм мобилизацияланғандарға алып барылды. Беҙҙең ир-егеттәргә командирҙары ниндәй баһа бирә?

"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"
"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"

Башҡортостандан сираттағы гуманитар конвой махсус хәрби операция зонаһына, республика хәрбиҙәренә алып барып еткерелде. Был – быйылғы беренсе гуманитар миссия һәм ул Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө доброволецтар батальоны яугирҙәренә һәм мобилизацияланғандарға адресланғайны.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республика хәрбиҙәренә гуманитар ярҙам даими күрһәтелә. Бер яугир ҙә, уларҙың ғаиләләре лә беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, тип бер нисә тапҡыр белдерҙе төбәк Башлығы. Әлеге гуманитар конвой Өфөнән 19 ғинуарҙа юлға сыҡҡан. Уға Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкселек итә, тип хәбәр итте "Башинформ" агентлығы. Шулай уҡ яугирҙар янына республиканың бер нисә ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары ла барған.

Башҡортостан яугирҙәренә палаткалар, буржуйкалар, йылы әйберҙәр, оргтехника, бөтә ерҙән дә үтә алған еңел автомобилдәр, мобиль мунсалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ еткерелде. Гумконвойҙы ҡаршы алған яугирҙәр республика етәкселегенә, уны ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың, битараф ҡалмағандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерҙе.

"Рәхмәт, яҡташтар! Кәрәкле бөтә нәмәләрҙе алып килдегеҙ, ҙур рәхмәт!" - ти яугирҙәр.

"Посылкаларҙа беҙ яратҡан ҡороттоң, ҡаҙылыҡтың булыуы бик ҡыуаныслы. Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес икәнлеген белһәгеҙ икән", - тип тә  өҫтәй улар.

"Балаларыбыҙҙан килгән хаттар өсөн рәхмәт! Уларҙың атайҙарға, ағайҙарға яҙған ихлас теләктәре беҙҙе һаҡлай, күңелдәребеҙҙе шатлыҡ менән тултыра", - тип тәьҫораттарын еткерә хәрби операцияла ҡатнашыусылар.

Ирек Сәғитов социаль селтәрҙә Башҡортостан халҡы хеҙмәт иткән бүлексәләрҙең командирҙары менән һөйләшеүе тураһында яҙҙы. Ул яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәттәштәре, командирҙары араһында оло ихтирам, ҙур абруй ҡаҙаныуын билдәләне. Әйтеүенсә, беҙҙекеләр тәртипле, ҡыйыу һәм Тыуған илен яҡларға теләй.

"Егеттәребеҙҙе зирәк, булдыҡлы кешеләр тип ҡылыҡһырлайҙар. Уларға кемгә ҡаршы алышыуҙарын һәм донъялағы хәлдәрҙе аңлатырға кәрәкмәй. Мин яҡташтарым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Беҙҙең ярҙам - яҡлаусыларыбыҙ өсөн башҡара алған эштәрҙең бик аҙ өлөшө генә", - тип яҙҙы Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ул шулай уҡ Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һуңғы яу урынында, Петровское ауылындағы легендар дивизия командиры исемен йөрөткән мәктәптә булды. Мәғлүм булыуынса, был мәғариф учреждениеһы былтыр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостан эшселәре көсө менән төҙөкләндерелде.

"Мәктәп директоры Гөлназ Камил ҡыҙы Серова менән аралаштыҡ, бүлмәләр буйлап үттек. Тәьҫораттар ыңғай. Был мәктәп яралы Донбасста яңы тормош утрауы кеүек. Ул ҡала халҡының ғорурлығына әүерелгән. Уҡыусыларға һәм мәктәп коллективына уңыштар, ҙур ҡаҙаныштар теләйем, бигерәк тә хәҙер уларға бының өсөн бөтә шарттар бар", - тип яҙҙы Ирек Сәғитов.

Башҡортостанға ҡайтыр алдынан ул ЛХР Хөкүмәте рәйесе Сергей Козлов менән эшлекле осрашыу үткәргән. Һөйләшеүҙең төп темаһы - Башҡортостандың Луганск Халыҡ Республикаһына күрһәткән төрлө яҡлы ярҙамы. Шуныһын билдәләп үтәйек: махсус операция зонаһында республиканың мобилизацияланған халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса эште Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов алып бара. Ул үҙ теләге менән хәрби операция зонаһына китте.

Фотолар Ирек Сәғитовтың шәхси сәхифәһенән.

"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"
"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"
"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"
"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"
"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"
"Тыуған яҡтың еҫен, өй йылыһын тойоу ҡайһылай кинәнес!"
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: