Ошо көндәрҙә Учалы районының Өргөн ауылында халыҡ бик тә сауаплы сара ойошторған: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары, яҡташтары имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын өсөн ҡорбан салғандар, иң изге теләктәрен еткергәндәр.
Урындағы клуб етәксеһе Луиза Вәлишина әйтеүенсә, был ниәтте иң тәүҙә ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Лилиә Шәрәфетдинова ишеттергән.
“Күптән түгел Илтабан ауылы халҡы күрше Ҡунаҡбай ауылы мәсетендә йыйылып ҡорбан ашы ойошторған. Беҙҙең ауылдан сарала Фәнжиә Лотфуллина, Лилиә Шәрәфетдинова апайҙарыбыҙ ҡатнашҡан. Илтабандарҙың берҙәмлеген, әүҙемлеген күреп, улар дәртләнеп, илһамланып ҡайтҡан: өргөндәр ҙә ошолай булдыра бит! Улар миңә мөрәжәғәт итте, үҙ сиратымда мин ауыл апайҙарына – “Йәршәл” фольклор ансамбле ағзаларына еткерҙем, улар артабан халыҡҡа иғлан итте”, – ти Луиза Ҡотсәләм ҡыҙы.
Ҡыҫҡаһы, өргөндәр ҙә тиҙ арала һөйләшеп-кәңәшләшеп, ҡорбан ашы ойошторған. Сара урындағы клубта үткән. Әйткәндәй, Өргөндән махсус хәрби операцияла тиҫтәгә яҡын ир-егет ҡатнаша, шул иҫәптән, үрҙә телгә алған Луиза Вәлишинаның да улы хәрби бурысын үтәй.
“Ҡорбан салырға ауылыбыҙҙың әүҙем егеттәре Винер һәм Динар Мөхәмәтйәновтар килде, Рәмзиә Вәлиуллина етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар тәмле аш бешерҙе, изге доғаларҙы урындағы имам-хатиб Салауат Рәсүлев уҡыты. Табынға бер нисә тиҫтә кеше йыйылды. Иң ҙур теләгебеҙ – ир-егеттәребеҙ тыуған яҡҡа имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын. Ҡорбан ашы сараһы матур үтте, сара халыҡты берләштерҙе, күңелдәргә йылылыҡ һәм өмөт өҫтәне. Иң мөһиме – ысын йөрәктән теләгән доға-теләктәребеҙ ҡабул булһын”, – ти Луиза Вәлишина.
Фото: Луиза Вәлишина