Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2023, 12:00

Оҫта үҙенсәлекле ултырғысы өсөн патент алған

Аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр өсөн ултырғыстың файҙаһы ҙур, уны өйҙә лә, эштә лә, мәктәптә лә, шифаханаларҙа ла, дауаханаларҙа ла  ҡулланырға мөмкин...

Оҫта үҙенсәлекле ултырғысы өсөн патент алған
Оҫта үҙенсәлекле ултырғысы өсөн патент алған

 Оҫта ҡуллы Баязит Хәйруллинды Әлшәйҙә белмәгән кеше юҡ. Уның боҙҙан яһалған скульптуралары – Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм йыл символы Ҡуян һындары район үҙәге биләмәһен биҙәне. Атаһы һәм ҡартатаһының ҡул эштәренә оҫталығы уға ла күскән.

Яңыраҡ оҫта мөғжизәле ултырғыс яһап,  Интеллектуаль милек буйынса федераль  хеҙмәттә эшенә патент алған. Сәләмәтлек өсөн файҙалы ултырғыстың өҫкө яғы ике төрлө, уны әйләндереп, төрлөсә ултырырға мөмкин. Бер яғы ғәҙәттәгесә шыма, тигеҙ булһа, икенсе яғы эйәргә оҡшап, ҡабарынҡы булып тора.  Ултырғысты ултырғанда умыртҡа бағанаһының кәкерәйеүен иҫкәртеү өсөн файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ тигеҙлекте һәм координацияны яҡшыртыу, арҡа мускулдарын нығытыу  маҡсатында күнекмәләр үткәреүҙә ҡулланырға була.  Аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр өсөн ултырғыстың файҙаһы ҙур. Уны өйҙә лә, эштә лә, мәктәптә лә, шифаханаларҙа ла, дауаханаларҙа ла  ҡулланырға мөмкин.

Райондың Ҡармыш ауылында йәшәгән оҫтаның ҡулынан килмәгән эше юҡ, “һә” тигәнсә һандығын да, шкафын да, санаһын да эшләп ҡуя, тимерҙән яһаған әйберҙәре лә етерлек, тип хәбәр итә “Әлшәй хәбәрҙәре”. Баязит Хәйруллин бөгөн “Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә токарь булып эшләүен дауам итә.

Фото:”Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: