Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Өфөнөң юлдаш ҡасабалары менән транспорт бәйләнешен үҫтереү тикшерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йыл аҙағында республика етәксеһенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә юлдаш ҡасабаларҙа йәмәғәт транспорты эшенә бик күп мөрәжәғәттәр килде. Радий Хәбиров был мәсьәләне асыҡларға ҡушты.
Республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская Өфө районы Бурцев ауылынан видеобәйләнеш аша 131-се “Шамонин – Көньяҡ автовокзал” маршруты эше хаҡында хәбәр итте.
– Декабрҙә халыҡтан маршруттың регуляр йөрөмәүе һәм водителдәрҙең “Алға” картаһын ҡабул итеүҙән баш тартыуы тураһында бик күп мөрәжәғәт килде. 23 декабрҙән бында ташыусыны алмаштырҙылар. Туҡталышта теҙмә барлыҡҡа килде. Автобустар заманса, бөтәһе лә транспорт картаһын ҡабул итә. Тағы ла ыңғай яҡтары бар: бөтә водителдәр ҙә – урындағылар, маршрутты беләләр. Кире яҡтарҙан – бөтә ерҙә лә маршрут буйынса туҡталыш павильондары юҡ. Башҡараһы эштәр байтаҡ, әммә, дөйөм алғанда, хәл яҡшы, – тине Елена Прочаковская.
Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров муниципалитет тораҡ пункттарының Өфө менән транспорт бәйләнеше буйынса хәлдең яйға һалыныуын хәбәр итте. Хеҙмәтләндереүҙә өҙөклөктәр ташыусыларҙың алмашыныуы менән бәйле. Районда – 38 маршрут, шуларҙың 25-ен “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы башҡара, тағы 13 маршрутты шәхси пассажир ташыусылар хеҙмәтләндерә.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов муниципаль-ара маршруттарҙа автобустар араһындағы интервалды 20-30 минутҡа тиклем кәметеүгә өлгәшелеүе хаҡында хәбәр итте.
Радий Хәбиров Транспорт министрлығына республика буйлап пассажирҙар ташыуға бәйле хәлде анализларға, туҡталыш павильондарына айырыуса иғтибар бүлергә һәм сираттағы “Транспорт сәғәте”ндә тейешле доклад менән сығыш яһарға ҡушты.
2023 йылдың 16 ғинуарынан 22-һенә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системаларында 5 476 мөрәжәғәт теркәлгән. Халыҡты айырыуса юл проблемаһы борсой (951 комментарий). Исемлектә шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (711), социаль хеҙмәтләндереү (698), төҙөкләндереү (604) һәм йәмәғәт транспорты (587) мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр бар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.