Тормош юлдары ҡатмарлы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Күп йылдарҙан һуң әсә бала табыу йортонда ҡалдырып киткән улын табырына өмөтләнә һәм унан ғәфү үтенергә теләй.
Мария 1984 йылда 3-сө бала табыу йортонда яңы тыуған улын ҡалдырып китә. Ҡатындың һөйләүенсә, быға уның ауыр хәлдә йәшәүе сәбәпсе була.
Шул мәлдән алып Мария улын эҙләп табырға тигән уй менән йәшәй. Бала 27 декабрь тыуған. Дауахананан сығырҙан алда ҡатын үҙенә торлаҡ тапҡансы сабыйын бала табыу йортонда ҡалдырып тороуы хаҡында ғариза яҙа. Был документ баш тартыу булып иҫәпләнеп, сабый ниндәйҙер ғаиләгә уллыҡҡа бирелә.
- Ул ваҡытта миңә 18 генә йәш ине. Үҙемде аҡларға теләмәйем. Әммә йәш кешегә нисек дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә була икәнлеген төшөндөрөүсе лә булмаған. Күбеһе шунда ҡалдырһаң яҡшыраҡ булыр тип кенә кәңәш бирҙе, тип һөйләй ҡатын, ул йылдарҙы хәтерләп.
Әле Мария социаль селтәрҙәр ярҙамында улын табырға өмөтләнә. Әгәр ниндәйҙер мөғжизә менән улар осраша ҡалһа, әсә улынан ғәфү үтенер, артабанғы тормошонда хәленән килгәнсә ярҙам итер ине. "Был минең өсөн ҙур бәхет булыр ине", ти ул.
Улының уға оҡшауы мөмкин тип иҫәпләп, ҡатын үҙенең фотоһын да ҡушып һалған, фамилияһы ла, бәлки, элеккесә ҡалғандыр - Гаврюшин.
Фото:социаль селтәрҙән.