Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 13:30

Ҡаңнылар мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл итә

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһенә ете ауыл ҡарай: Ҡаңны-Төркәй, Келәтаяҡ, Ҡаранай, Таллыҡул, Теләкәй-Ҡобау, Кузьминка һәм Анновка. Был ауылдарҙа йәшәгән халыҡ һаны бер мең кеше тирәһе булһа, уларҙың күпселеге 565 йыллыҡ тарихы булған боронғо Ҡаңны-Төркәйҙә ғүмер итә.

Бүздәккә эш сәфәре мәлендә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғәли Шәғәлиев менән был төбәктә уҙған йылда башҡарылған эштәр һәм быйылға билдәләнгән маҡсаттар тураһында һөйләштек.

 

– Ғәли Барый улы, белеүе­беҙсә, һеҙ хәҙер 12 йыл ошо яуаплы вазифаны башҡараһығыҙ. Байтаҡ ғүмерен тыуған еренә арнаған етәксенең үҙе тураһында ла бер аҙ белге килә.

– Ысынлап та, шулай. Бала саҡтан ауыл тормошо яҡын булды. Туғыҙынсы кластан алып йәйге каникул осоронда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләнем. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 1986 йылда Өфөнөң автотранспорт техникумын тамамлағас, ауылда Матросов исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһына ремонтлау оҫтаханаһы мөдире булып эшкә урынлаштым. Ауылда төпләнеү ниәтен тормош иптәшем дә хупланы. Шуға йәштән яҙмышым һәм эшем тыуған ерем менән бәйле, һәм быға бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Матросов исемендәге совхозда инженер, хисапсы булып хеҙмәт иттем, “Рассвет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­те­нең директоры, крәҫтиән (фермер) хужа­лығы етәксеһе вазифаһында тәжри­бә тупланым. Һуңғы 12 йылда Ҡаңны-Төркәй ауыл хакимиәте башлығы вази­фа­һын башҡарам. Өс саҡырылыш ауыл советы депутаты булып һайландым. Шулай уҡ ырыуҙаштарым һигеҙ райондың Ҡаңны ырыуы ҡоро рәйесе бурысын да миңә йөкмәтте. Барлыҡ эштәр яҡташтарым, ырыуҙаштарым менән берлектә алып барыла.

 

– Ауыл биләмәһе, һуңғы осор­ҙа алып барылған эшмәкәрлек тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?

– Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе Дәүләкән, Бәләбәй, Туймазы райондары сигендә урынлашҡан. Ауыл хужалығы үҫеше өсөн бында мөмкинлектәр уңайлы. Беҙҙең биләмәлә биш крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләп килә. Һыу, газ менән халыҡ тулыһынса тәьмин ителгән. Ҡаңны-Төркәй һәм Таллыҡул ауылында ике фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Улар тейешле ҡорамал менән йыһазландырылған һәм белгестәр менән тәьмин ителгән. Ҡаңны-Төркәйҙә Хәким Ғиләжев исемендәге урта мәктәп, балалар баҡсаһы бар. Башҡа ауылдарҙағы балаларҙы мәктәп автобусында ташыйҙар.

Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса эш туҡтауһыҙ алып барыла. “Урам яҡтыртҡыстарын яңыртыу” про­грам­маһы буйынса өс ауылда СИБ кабеле үткәреп, энергияны һаҡлаған лампалар ҡуйылды. Ғөмүмән, ауыл биләмә­һендә яҡтыртыу кимәле 97 процент тәшкил итә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса ла эш тәртипкә һалынған. Биләмә буйынса 13 контейнер майҙансыҡтары урынлаштырылған, аҙнаһына ике тапҡыр сүп-сар сығарыла. Биләмәлә өс рөхсәтһеҙ сүплек булһа, әлеге көндә уларҙы бөтөрөү буйынса саралар күрелә. Үткән йылда был эштәр Кузьминка, Таллыҡул ауылдарында алып барылды. Юлдар торошон да күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Уның буйынса ла башҡарылаһы эштәр байтаҡ.

 

– “Урындағы башланғыс­тар­ға булышлыҡ итеү” програм­маһында биләмә халҡы нисек ҡатнаша?

– Был программаның да файҙаһын тоябыҙ. Мәҫәлән, 2020 йылда Хәким Ғиләжев исемендәге мәктәптең ҡоймаһын алмаштырҙыҡ. Был йәһәттән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәре өсөн крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм халыҡҡа рәхмәт. Быйыл да ауылдаштар ошо программала дәррәү ҡатнашырға ҡарар итте. Ауыл халҡы өсөн һыу менән тәьмин ителеү бик мөһим мәсьәлә, сөнки ул – йәшәү сығанағы. Һыуһыҙ мал аҫрап та, баҡса үҫтереп тә, ғөмүмән, бер нимә лә эшләп булмай. Бынан алдағы йыйы­лыштарҙа ла халыҡ һыу мәсьәләһен даими күтәрә килде. 2007 йылдарҙа Ҡаңны-Төркәй ауылында һыу үткәргес һалынған, тик һыу башняһы талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнеп бөтмәгән. Ә инде эҫе йәй көндәрендә баҫым етмәү арҡаһында ул халыҡты һыу менән тейешенсә тәьмин итә алмай. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында йәйҙәрен һыуһыҙ интеккән халыҡ әлеге мәсьәләнең хәл ителеренә ышана.

Ауыл киләсәге өсөн янып-көйгән эшҡыуарҙарыбыҙға ла таянабыҙ. Былтыр “Атайсал” проекты буйынса Фидан Шафиҡов “Мин яратам Ҡаңны-Төркәй” тигән стела булдырҙы. Хәҙер ул ауылды биҙәп торған йәмле урынға әүерелде. Ошо уҡ проект буйынса Теләкәй-Ҡобау ауылы халҡы зыярат ҡоймаһын төҙөкләндерҙе. Был ауыл ҙур түгел, 15 өйҙә 22 кеше йәшәй. Ләкин ошо ауылдан сыҡҡандар ҙа был изге маҡсатты дәррәү күтәреп алды һәм ҙур эш башҡарып ҡуйҙы. “Атайсал” проекты буйынса үткән йылда өс шишмәне төҙөкләндереүгә өлгәштек. Улар Ҡаңны-Төркәй, Таллыҡул ауылдарында һәм ошо ике ауыл араһында урынлашҡан.

 

– Һеҙҙең биләмәлә мәҙәни саралар ҙа тынмай. Дан тотҡан коллективтарығыҙ тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.

– Ысынлап та, беҙҙең ижади коллективтар ауылдың ғына түгел, райондың, республиканың мәҙәни киңлегендә ҡай­нап йәшәй. Үҙебеҙҙән сыҡҡан шәхестә­ребеҙҙең исемен мәңгеләштереү тура­һында ла онотмайбыҙ. Күптән түгел Ҡаң­ны-Төркәй ауылының мәҙәниәт йортона яҡташыбыҙ, С. Юлаев һәм Ғ. Сәләм исе­мендәге дәүләт премиялары лауреаты Ғаб­дулла Ғиләжев исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Мәҙәниәт усағында бөгөнгө көндә ике халыҡ коллективы эшләп килә: “Заһиҙә” башҡорт фольклор ансамбле һәм “Балҡыш” халыҡ театры. Район мәҙәниәт йорттары араһындағы конкурстарҙа коллективтарыбыҙ йыл да призлы урындар алып килә.

Халыҡтың әүҙемлеге тураһында һөйләгәндә, ҡаңны-төркәйҙәрҙең йыл да “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуын да билдәләр инем. 2021 йылда район кимәлендә призлы урын яуланыҡ. Шул уҡ йылда республика конкурсында ҡат­нашҡан өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломы менән бүләкләндек.

Бөгөн ауылдарҙа йәшәү кимәлен кү­тә­реү өсөн хакимиәттең, биләмәлә уры­нлашҡан предприятие, учреждение­лар­ҙың, халыҡтың ҡулға-ҡул тотоношоп, үҙ-ара бәйләнештә эшләүе мөһим, һәм был йүнәлештә артабан да хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерәм.

 

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: