Стәрлетамаҡ ҡалаһында йыһаз етештереү менән шөғөлләнгән Илназ Әсләмов Мәләүез районындағы тыуған ауылы Һыртланда "Әүлиә" магазинында кәштәләр ҡуйып, хәлле кешеләрҙе унда аҙыҡ-түлек ҡалдырырға саҡырған. Мохтаждарға ошонан үҙҙәренә кәрәкте алырға мөмкин, ти ул.
Был хаҡта уның ауылдашы Фәниә Бикмөхәмәтова хәбәр итә. "Эй ошо Илназ аҡыллым маладис та инде. "Әүлиә" магазинына "Изгелек кәштәһе" эшләп элеп, аҙыҡ-түлеген һалып та ҡуйҙы. Хәҙер бик мохтаж булғандар (тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай) ошо кәштәнән әйбер ала, ә ярҙам ҡулы һуҙырға, хәйер һалырға теләүселәр, киреһенсә, кәштәне тулыландыра ала. Шулай уҡ ситтә йәшәгәндәр үҙ туғандарына, яҡындарына күстәнәстәр эшләй ала. Магазинға килгәндә улар үҙҙәренең исемдәре, кемдән икәнлеге яҙылған күстәнәстәрҙе алып ҡыуаныр ине. Ауылдаштарым тип өҙөлөп торған Илназға ҙур рәхмәт!" - тигән ул сәхифәһендә ҡалдырған яҙмала.
Ғәҙәттә, Ураҙа айы етһә, ошондай кәштәләр барлыҡҡа килә торғайны. Илназ быны көтөп тормаған. Ысынлап та, изгелек эшләүҙең тәғәйен ваҡыты юҡ. Афарин, егет!
Фото һәм видео: И. Әсләмов, Ф. Бикмөхәмәтова.