Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 15:38

Балаларға һөйөү яҙмышын хәл иткән

Колледж ашнаҡсыһы студенттарға әсәй кеүек.

Көн һайын балаларҙы тәмле һәм файҙалы төшкө аш менән һыйлаған Альбина Будаева менән осраштым. Студенттарҙы ашатып, йылмайып торған мөләйем ашнаҡсының кәйефе эшләп торғанда ла яҡшы. Һөнәре буйынса ашнаҡсы-технолог ул, эш стажы 20 йылдан ашыу.

– Нимә әҙерләргә икәнен алдан колледж директоры менән раҫлайбыҙ. Биш көнгә биш төрлө меню әҙерләйбеҙ. Аҙыҡ-түлекте һатып алыр өсөн урындағы етештереүсене һайлайбыҙ.

Студенттар – айырыуса иғтибар талап иткән клиент. Улар бик талапсан, әсәй бешергән тәм-томдо ғына ашап йөрөгән балалар бит ул. Шуға күрә уларға өйҙәге кеүек итеп әҙер­ләргә тырышабыҙ. Аҙыҡтың файҙалы сифаттарын да һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Колледжда студенттар яҡшы туҡлана, ата-әсә балаларын тыныс күңел менән уҡыуға ебәрә, тип әйтһәм дә була.

– Колледж менюһы билдәле бер стандарттарға тап килергә тейеш булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәти аҙыҡты ла үҙенсәлекле әҙерләргә тырышам, тинегеҙ. Буш тәрилкәләрҙең сере нимәлә һуң, Альбина Шамил ҡыҙы?

– Һәр ризыҡ тәмле килеп сыҡһын тип тырышабыҙ. Ә уның сере ябай ғына – үҙ балаңа бешергәндәй, һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә әҙерләргә кәрәк. Ә, дөйөм алғанда, ашхана залы ул шундай урын: килеп инеү менән кәйеф күтәрелә. Ҡыҙҙар менән егеттәргә “балам” тип өндәшеп, уларҙы тыңларға ла ваҡыт табам. Төрлө проблемалар менән килгәндәре була, ваҡытында ярҙам итергә һәм кәңәш бирергә кәрәк.

– Студенттар өсөн икенсе әсә ролен дә башҡарырға ваҡыт табаһығыҙ икән. Һеҙҙең дә улығыҙ был колледжда уҡый, уның фекере ниндәй?

– Әлбиттә, беренсе курста уңайһыҙ һымаҡ ине, ниңә башҡаларға ла “балам” тип өн­дәшәһең, тип үпкәләгән саҡтары ла булды. Хәҙер ул да күптәр бында ата-әсәһенән йыраҡҡа китеп уҡып йөрөгәнлеген, уларға ла йылы һүҙҙәр әйтеп, һөйөп алған кеше кәрәклеген аңлай. Оло улым үҙаллы тормош көтә, уның улы бар. Ул да өләсәйҙең туҡмасын көтөп ала, килер алдынан заказ биреп ҡуя. Мин үҙемдең балаларҙы тәмле ашарға өйрәттем, колледж студенттарын да шулай туҡлан­дырырға тырышам.

Альбина Шамил ҡыҙы кеүек һөнәр оҫталары булғанда, студенттар өсөн һис тә бошонорға кәрәкмәй. Көн дә йылы аш һәм тәмле ризыҡ менән туҡлана улар, бындай ашнаҡсы әсәй менән һис ҡасан да ас ҡал­маясаҡтар.

 
Гөлназ САЛАУАТОВА

Мәләүез ҡалаһы.

Читайте нас: