Миләүшә Батталова – Сибай ҡыҙы. Ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алғандан һуң Өфө дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. Әүҙем һәм тырыш ҡыҙ II курста белем ала. Өфөнөң “Аманат” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнергә лә өлгөрә, шулай уҡ ГТО нормативтарын алтын миҙалға тапшырған, уҡыу йортонда үткән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Былтыр Йылайыр районында ойошторолған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре мәғариф форумында ҡатнашып, яңы дуҫтар табып ҡына ҡалмаған, төрлө спикерҙарҙың сығыштарын тыңлап, ораторлыҡ оҫталығын арттырған. Иң мөһиме – үҙендә лидерлыҡ кеүек сифатын тәрбиәләү, йәштәр араһында төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлау юлдарын өйрәнеү, берҙәм командала эш итеү тәжрибәһен үҙләштергән.
– Ысынында “Аҫылташ” форумында үҫешкә ынтылған йәштәрҙе күреү, улар менән бер аралашыу майҙансығында булыу минең тормошҡа ҡарашымды, фекерҙәремде, хатта маҡсаттарымды үҙгәртте тиһәң дә була. Мин яңыса фекерләй һәм уйлай башланым, алға ҙур пландар ҡуйыу ҙа ҡурҡытмай, эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн көс һәм дәрт тә етерлек, фекерҙәштәрҙең булыуы, улар менән даими аралашыу оҡшай – быларҙың барыһы ла һине үҫтерә һәм ҡанатландыра.
Тәүге курста мин төп иғтибарҙы уҡыуға ғына бирҙем. Бәлки, был дөрөҫтөр ҙә, сөнки медицина университетында белем алыу еңелдән түгел. Тырышлыҡ һәм алдыңа ҡуйылған маҡсат һинең хыялдарыңдың тормошҡа ашыуына этәргес аҙым булып тора.
Биш йәштән мин Сибайҙағы “Гөлдәр” халыҡ бейеү ансамблендә (етәксеһе – Луиза Яхина) шөғөлләндем, артабан “Осҡон”, “Ынйыҡай” халыҡ бейеү ансамблдәрендә бейенем, Сибай сәнғәт мәктәбенең хореография класын тамамланым. Шул тиклем бейергә яратам, был – минең күңел торошом, булмышым. Әсәйемде бәләкәйҙән һәр саҡ аҡ халатта күреп, уны ниндәйҙер бер фәрештәгә оҡшата торғайным. Үҙемдең уның кеүек аҡ халат кейеп сирлеләрҙе дауалағым килде, унан күреп, тәүҙә ҡурсаҡтарыма укол һалырға өйрәндем, аҙаҡ туғандарыма. Шуға күрә бейеү сәнғәте ни тиклем яҡын булһа ла, бала саҡ хыялыма хыянат итмәй, медицинаны һайлағанмындыр, – ти әңгәмәсем.
Миләүшәнең әсәһе Вәсилә Мөхәмәт ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлағандан алып Сибай ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар.
– Ҡыҙымдың медицина өлкәһен һайлауына шул тиклем шатмын. Бәләкәйҙән ныҡ тырыш булды. Һәр саҡ “һинең кеүек аҡ халат кейәм” тип йөрөүөнә тәүҙә бер аҙ көлөп ҡараһам, үҫә төшкәс, уның ысынлап табип булырға теләүен аңланым. Мәктәпте лә яҡшы билдәләргә тамамланы, бюджет нигеҙендә уҡырға инде. Әйткәндәй, уның атаһы ла – аҡ халатлылар рәтенән, Иҫке Сибай ауылында оҙаҡ йылдар теш табибы булып эшләй, – ти Вәсилә Батталова.
Киләсәктә кем – балалар табибы, әллә терапевт, кардиолог булырмы, әлегә аныҡ ҡына әйтеп тә булмайҙыр, сөнки Гиппократ антын биреүселәр уҡыу йортон төрлө йүнәлештәге табип булараҡ тамамлай, әммә шуныһы асыҡ: Миләүшә Марсель ҡыҙы киләсәктә үҙе һайлаған һөнәренә тоғро ҡалыр тип ышанам. Ә күңеле бейеү көҫәгәндә уның сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейеп алырға мөмкинлек табыр, моғайын.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.