Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 19:00

Депутат фронт өсөн шәмдәр эшләй

Был хаҡта үҙе һөйләүенсә...

Депутат фронт өсөн шәмдәр эшләй
Депутат фронт өсөн шәмдәр эшләй

Буш ҡалай банка, ҡатырға, парафин йәки балауыҙ — окоп йә блиндаж шәме һәм уға кәрәкле бөтә әйберҙәр. Хәҙер уларҙы бөтә ил буйынса ирекмәндәр эшләй. Бишбүләк районынан Гөлнара, Альбина, Әлфиә кеүек уңған гүзәл заттарыбыҙ ҙа ошо эштән ситтә ҡалманы.

Әлфиә Уканеева элек "Берҙәм Рәсәй"ҙең ”Йәш гвардияһы"ның Бишбүләктәге бүлексәһе етәксеһе булған, әле Бишбүләк районының “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаты, шулай уҡ бала ҡарау буйынса ялда. Өс бала тәрбиәләгән әсәй йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, күптән түгел балауыҙҙан шәм эшләп, фронттағы егеттәргә ебәргән. Ә был юлы блиндаж шәмдәре әҙерләргә булған. Ундайҙар ике сәғәттән дүрт сәғәткә тиклем яна — барыһы ла банка күләменә бәйле.

"Гофрланған ҡатырға спиралгә төрөлә һәм банка эсенә урынлаштырыла. Шунан һуң уға иретелгән парафин ҡойола. Бындай шәмдә һыу ҡайнатып, консервалағы аҙыҡты йылытып була. Урманда йылыныуҙың ошондай ысулы уҙған быуат башынан уҡ билдәле", – ти Әлфиә Уканеева.

Фото: bashkortostan.er.ru, https://vk.com/ukaneevaalfija

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: