“Һеҙҙең контроль” (vashkontrol.ru) дөйөм Рәсәй асыҡ системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы эшмәкәрлеген ҡулланыусыларҙың 99,98 проценты ыңғай баһалаған. Бөтәһе 2,6 миллиондан ашыу баһа ҡуйылған, уртаса балл "5" тәшкил иткән.
– Һуңғы ике йылда “Һеҙҙең контроль” сайтында Башҡортостандың Росреестр идаралығы эшмәкәрлегенә баһалар һаны ике тапҡырҙан ашыуға артты. Әгәр 2020 йылда ведомство эшмәкәрлеге ыңғай баһаларҙың 99,69 процентын алып 900 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ баһа ҡуйылһа, 2022 йылда баһалар һаны 2,6 миллионға тиклем артты һәм ыңғай баһаларҙың өлөшө лә 99,98 процентҡа ҡәҙәр күбәйҙе. 2023 йылдың тулы булмаған ғинуарында портал аша 93 меңдән ашыу баһа килгән һәм ҡулланыусыларҙың 99,99 проценты уны "5" балға баһалаған. Был сайт ярҙамында беҙ үҙ эшебеҙҙе ҡулланыусылар күҙлегенән күреү, үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштыра һәм эште яҡшыртыу буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ, – тип билдәләне Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Төбәк ведомствоһы етәксеһе һүҙҙәренсә, мәғлүмәттәр мөрәжәғәт итеүселәрҙән телефон һәм sms аша һорашыу, шулай уҡ “Минең документтарым” дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәктәрендә һәм офистарында электрон терминалдар ҡулланып, интернет-сайттарҙа һорау алыу барышында алынған.
Росреестр хеҙмәттәрен баһалау өсөн, атап әйткәндә, күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтарҙы һәм улар буйынса килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүе буйынса, түбәндәге шарттар билдәләнгән: дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү тәртибе тураһында мәғлүмәттең асыҡлығы, дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү ваҡыты, тотош хеҙмәттең сифаты һәм башҡалар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Росреестр 2015 йылдан алып дәүләт хеҙмәттәре сифаты мониторингында ҡатнаша.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20015/