Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 15:39

Халыҡ программала әүҙем ҡатнаша

Һигеҙ проект тормошҡа ашырылды.

Республикала быйыл йәнә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы (ППМИ) старт алды. Ул – республика ҡаҙнаһын, район бюджетының финанс ресурстарын, халыҡтың аҡсаһын социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән механизм. Халыҡ был программала әүҙем ҡатнашып, үҙе теләгән проектты тормошҡа ашыра ала.

Учалы районының Ураҙ ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында 2014 йылдан алып ҡатнашып килә һәм 11 миллиондан ашыу сум­маға һигеҙ проектты уңышлы тормошҡа ашырҙы. Был прог­рамма ярҙамында Ураҙ ауылында яңы юл, Ҡотойҙа шишмә төҙөкләндерелде. Ураҙ ауыл амбулаторияһы ремонтланды, биләмәләге ауылдар урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйылды, Ураҙ лицейының тәҙрәләре алмаштырылды. Балалар өсөн ял итеү, спорт майҙансыҡтары, кейенеү-сисенеү бүлмәһе сафҡа индерелде. Бәләкәйҙәргә ял итеү өсөн ҡоролған карусель, бәүелсәк, шыуа торған тауҙар тулыһынса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә.

2023 йылда ла Ураҙ, Иш­мәкәй, Ҡотой һәм Ҡолош халҡы ошо программала ҡатнашып, киләсәк быуындың хәүефһеҙ­леген хәстәрләп, Ураҙ лицейы, ятағы һәм балалар баҡсаһы биләмәләрен тимер ҡойма менән кәртәләп алыу өсөн бер тауыштан ризалыҡ белдерҙе.


Жәлил СОЛТАНОВ

Читайте нас в