Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, халыҡ араһында “Эй, хәҙерге йәштәр беҙгә етмәй инде”, тигәнерәк фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Мин, оҙаҡ йылдар үҫмер егеттәр менән эшләгән кеше булараҡ, йәш быуынды уҡыу яғынан да, дөйөм ятаҡта йәшәү йәһәтенән дә күҙәтеп, был һүҙҙәр менән килешеп бөтмәйем. Ошо фекеремде ҡеүәтләп, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжының IV студенты Фәнзил Назаров тураһында һөйләргә теләйем.
Фәнзил Ейәнсура районының Байыш ауылында тыуып үҫеп, мәктәпте тамамлағандан һуң беҙҙең колледжға уҡырға инде. “Булыр бала – бишектән” тигәндәй, үҙен I курстан уҡ һәр яҡлап һәләтле студент, булдыҡлы егет, тоғро иптәш итеп танытты. II курстан старосталыҡ бурысын еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Егеттә ойоштороу һәләте ярылып ята: бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәҫ, кәрәк саҡта эшкә ҡуша, ойоштора белә. Үҙе ифрат оҫта ҡуллы – ҡулында һәр ваҡыт төрлө эш ҡоралы булып, һәр ғәмәлде белеп, теүәл башҡара. Үҙе уҡыу менән бер рәттән колледжда һөнәре буйынса эшләп тә йөрөй: хеҙмәте лә яйлы, уҡыуы ла яҡшы.
Оҙаҡ йылдар дауамында егеттәр менән эшләү тәжрибәмә таянып, шуны әйтә алам: ғәҙәттә, тап ошондай йәштәр һуңынан матур ғаилә башлығы, оҫта белгес булып китә.
Фәнзилдәге ысын ир-егет сифаттары ҡайҙан килә? Әлбиттә, ғаиләнән, ул атаһынан һәм әсәһенән үрнәк ала. Атаһы Фәнис Мөхәмәт улы – һөнәре буйынса урмансы, үҙҙәренең ауылында фермер булараҡ эшен ойошторған. Әсәһе – белеме буйынса тәрбиәсе, әлеге ваҡытта Байыш ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәр идарасыһы. Ошо аҡыллы ата-әсә ҡулында берҙән-бер бала булып үҫеүенә ҡарамаҫтан, Фәнзил бәләкәйҙән эш менән мәшғүл була. Атаһы менән әсәһе улдарын бер бөртөк тип артыҡ алдынан алмай, кәрәк саҡта һайлау мөмкинлеге лә бирә.
Фәнзил II курсты тамамлағас, геология разведкаһында ярҙамсы булып эшләп тә алды. Шуныһы ҡыуаныслы: ул бер эштән дә ҡурҡмай, ихлас тотона, һәр бурысты еренә еткереп үтәй.
Эшһөйәрлек ул бит әле ныҡлы һаулыҡ та талап итә. Тәрбиәләнеүсем спорт менән әүҙем шөғөлләнә: ҡышын саңғыла йөрөй, йәйен Ҡаҫмартта һыу инә, айырыуса бесән эшләгәндән һуң был әйтеп аңлатҡыһыҙ көс бирә, ти ул. Әйткәндәй, быйыл атаһы менән ете эҫкерт бесән әҙерләгәндәр, атаһы ҡыуанысынан мал һанын арттырырға ҡарар иткән. Шунан Фәнзил тураһында нисек, бер бала, әммә берәгәйле бала, тип әйтмәйһең инде?!
Тәрбиәләнеүсемә һәр йәһәттән уңыштар, бәхетле киләсәк теләйем, ә ата-әсәһенә шундай лайыҡлы, аҡыллы ул үҫтергәндәре өсөн колледж етәкселеге һәм үҙемдең исемдән рәхмәт белдерәм!
Зөлфиә АБДУЛЛИНА