“Беҙҙең ғаиләлә Яңы йыл башында бергә йыйылып, үткәндәргә тағы бер ҡараш ташлап, башҡарылған эштәрҙе анализлап, баһа биреү йолаһы бар. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй яҡшы ғәмәлдәр ҡылғанбыҙ, нимәләр күҙ уңынан төшөп ҡалған, алдыбыҙҙа ниндәй бурыстар тора – барыһын да бергәләп барлайбыҙ. Инде үҙебеҙ күптән аяҡҡа баҫҡан, өлгөрөп еткән шәхестәр, хеҙмәт эйәләре булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, атай-әсәйебеҙ менән уңыштарыбыҙҙы уртаҡлашыу, хәл итәһе мәсьәләләр, күңелде өйкәгән һорауҙарға кәңәшләшеп яуап эҙләү беҙҙең өсөн ғәҙәти ғәмәл”, – тине осрашҡаныбыҙҙа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш табип-профпатологы, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре Рәсимә Ғәлимова. Яуаплы бурыстар ҙа, әлегә ирешелмәгән мораттар ҙа, изге маҡсаттар ҙа шулай бер быуындан икенсеһенә күсә бара, тормош шулай дауам итә. Был оло юлда аҙашмау өсөн атай-әсәй өлгөһө, аҡыл-кәңәше маяҡтай алға әйҙәгән көс булып тора.
– Рәсимә Рәсих ҡыҙы, медицина өлкәһенә юлығыҙға нигеҙ ҡайҙа һалынды?
– Беҙҙең нәҫелдә медицина хеҙмәткәрҙәре булманы. Атайым Рәсих Мөхәмәт улы оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләне, ул – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әсәйем Зәбирә Әхмәтғәле ҡыҙы тәүҙә – балалар баҡсаһы мөдире, аҙаҡ ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Ҡустым Рәнис – полиция подполковнигы, юридик фәндәр кандидаты. Саҡмағош районында урта мәктәпте миҙалға тамамлағас, атай-әсәйемдең кәңәшен тотоп, төрлө һөнәрҙәр араһынан медицина юлын һайланым һәм донъяла иң кәрәкле һәм абруйлы хеҙмәтте үҙ иткәнем өсөн бер ваҡытта ла үкенмәнем. Бәләкәй саҡта аҡ халат кейеп ҡурсаҡтарҙы дауалауым юҡҡа булмағандыр.
– Ни өсөн ятыраҡ яңғыраған, һирәгерәк телгә алынған профпатолог белгеслеген һайланығыҙ? Кем һуң ул профпатолог?
– Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы базаһында “терапия” белгеслеге буйынса интернатура һәм ординатураны тамамлағандан һуң хеҙмәт юлымды Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтында башланым һәм әлегәсә эшемде яратып башҡарам. Ошо ваҡыт эсендә фән кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡланым, аллерголог-иммунолог белгеслеген үҙләштерҙем, терапия-профпатология һәм түләүле медицина тикшеренеүҙәре бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡарҙым, аспирантура, ординатура һәм квалификация камиллаштырыу бүлексәһенә, хатта йәш ғалимдар советына етәкселек итергә ваҡыт таптым. Был эштәрҙең барыһы ла гигиена һәм хеҙмәт медицинаһы өлкәһендә мул тәжрибә тупларға, һөнәргә бәйле хәүефте һәм профессиональ сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса яңы ысулдарҙы ғәмәлгә индерергә ярҙам итте.
Бер һүҙ менән әйткәндә, минең хеҙмәтем зарарлы һәм хәүефле шарттарҙа эшләгән кешеләрҙең яҙмышына тығыҙ бәйләнгән. Ә был – ҙур яуаплылыҡ, тигән һүҙ, хеҙмәттә юғалтыуҙарға юл ҡуймау, инвалидлыҡты һәм ваҡытынан алда үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән саралар, сәнәғәт тармаҡтарында социаль әһәмиәтле хроник сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса яңы гигиена алымдарын эшләү һәм нигеҙләү бик мөһим. Нефть химияһы һәм химия предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында профессиональ сирҙәр хәүефен кәметеү буйынса, автомобиль төҙөлөшө хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген һаҡлау буйынса 2022–2024 йылдарға корпоратив программа әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаштым. Эксперт эше, комиссия рәйесе вазифаһы – үтә ауыр йөк, сөнки һинең ҡарарыңа кешенең артабанғы яҙмышы, ғаиләһе, балалары киләсәге лә бәйле. Мәҫәлән, кемгәлер сәләмәтлек торошо һөнәрен артабан дауам итеү өсөн ҡаршылыҡ тыуҙыра. Хеҙмәткәрҙең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал, уны ҡулынан килерлек һөнәргә йәлеп итеү, күңелен төшөрмәү өсөн аңлатыу эшен алып барыу мөһим.
– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙер һөнәргә бәйле сирҙәр ҙә асылын үҙгәртә, тиһегеҙ...
– Элегерәк производствола ағыуланыу – интоксикация осраҡтары, киҫкен профессиональ сирҙәр йыш осрай ине. Һуңғы осорҙа күп предприятиеларҙа хеҙмәт шарттары яҡшырҙы, гигиена талаптары үтәлә, махсус кейемдәр бирелә. Хәҙер тәүге планға биологик шарттарға бәйле сирҙәр (вирус, коронавирус һәм башҡалар) сыҡты. Көслө тауыш, вибрация хас булған, ауыр, көсөргәнешле хеҙмәт талап иткән зарарлы производстволар әле лә етерлек. Йәшерен-батырын түгел, ҡайһы берәүҙәр эш урынын, хеҙмәт хаҡын һаҡлау өсөн сирҙәрен йәшерә. Бары сифатлы медицина тикшереүе, ваҡытында дауаланыу ғына ғүмерҙәрҙе һаҡлай, инвалидлыҡтан ҡотҡара.
1955 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған институт ул саҡта ныҡ үҫеш алған нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын һәм һаулыҡ торошон өйрәнеү маҡсатында ойошторолһа ла, ауыл хужалығы һәм тау-байыҡтырыу сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен дә күҙәтеүгә ала. Федераль әһәмиәттәге институт “Роспотребнадзор” системаһына инә һәм илдең гигиена хеҙмәте алдында торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә. Беҙ машина эшләү һәм тау-байыҡтырыу сәнәғәте тармағы эшселәре һаулығын күҙәтәбеҙ, медицина пункттары эшмәкәрлеген, хеҙмәтте һаҡлауҙы ныҡлы иғтибар үҙәгендә тотабыҙ.
Ҡағиҙәләр, методика, санитар талаптар өҫтөндә эшләйбеҙ, кимәле халыҡ-ара класҡа эйә эксперименталь майҙансығыбыҙ бар. Профессиональ сирҙәрҙе асыҡлағанда ҡатмарлы бәхәсле хәлдәргә лә осрайбыҙ, уларҙың һәр береһе ентекле тикшереү талап итә, ҡарарҙар сығарғанда кеше мәнфәғәттәрен, уның сәләмәтлеген күҙ уңында тоторға тырышабыҙ. Кешене һөнәренән айырырға мәжбүр булғанда үҙ иңеңә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғаныңды тояһың, һыҙланаһың, икеләнәһең... Иң ауыры минең өсөн шул, күпме ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, бындай ҡаршылыҡлы хәлдәр күңелгә уйылып ҡала, онотолмай. Сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларын предприятиеларға индереү эше лә бик мөһим. Тик беҙҙең тәҡдимдәр практикала иҫбатланған, нигеҙләнгән булырға тейеш.
– Һеҙ хеҙмәтегеҙ буйынса республиканы арҡырыһына-буйына тигәндәй урап сыҡҡанһығыҙ, халыҡ сәләмәтлегенең “ауыртҡан” ерҙәре менән яҡшы танышһығыҙ. Һеҙҙеңсә, ауырыуҙар ниңә арта, беҙ нимәгә иғтибар биреп еткермәйбеҙ?
– Был хаҡта күп һөйләргә, миҫалдар килтерергә булыр ине. Күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны ғына әйтәм: барыһы ла бала саҡ иленән башлана. Заман гаджеттары менән самаһыҙ мауығыу, өҙлөкһөҙ стрестар, финанс мәсьәләһе (аҡса еткерә алмау, кредит, ипотека түләй алмау хәүефе һ.б.), көсөргәнешле психологик торош ғаилә ағзаларында сағылыш тапмай ҡалмай. Мускулдарҙың ҡыҫылыуы, көсөргәнештә булыуы сиргә килтереүе ихтимал. Ғөмүмән, был хаҡта аҙ беләбеҙ, беҙҙе ғаиләлә һаулыҡ нигеҙҙәрен һаҡлауға өйрәтмәйҙәр.
– Рәсимә Рәсих ҡыҙы, һеҙ хәҙер, нигеҙҙә, фән менән шөғөлләнәһегеҙ, институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре булыу менән бергә клиниканың табип-профтологы вазифаһын да алып бараһығыҙ. Өҫтәүенә белемегеҙ һәм мул эш тәжрибәгеҙҙе студенттар менән бүлешәһегеҙ. Яратып башҡарған эшегеҙ яйлы, хеҙмәт йылдарығыҙ емешле. Былтыр “Роспотребнадзор”ҙың почетлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булдығыҙ. Һеҙҙең йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһынмауығыҙҙы белһәк тә, Ҡуян йылына ниндәй өмөттәр менән аяҡ баҫыуығыҙҙы ишетке килә. Һеҙҙең йыл башланды бит...
– Мин һайлап алған һөнәремде бик яратам, уның мауыҡтырғыс, көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ килтереүе, ҡәнәғәтлек хисе тыуҙырыуы күңелгә рәхәтлек өҫтәй. Эргәмдә көслө, яуаплы, үҙ эшен бирелеп башҡарған кәңәшселәрҙең булыуы, фән һәм практиканы йәнәш алып барыу өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылыуы ошо бәләкәй генә “дәүләттә” үҙеңде ышаныслы тойорға, кинәнеп эшләргә мөмкинлек бирә. Йыл символы булған Ҡуяндар миңә үпкәләмәһен, уларҙың холоҡ-фиғелен, кәңәштәрен өйрәнергә лә форсат табылыр. Яңы йылда бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлыраҡ, хәстәрлерәк булһаҡ ине. Күңел йылыбыҙҙы йәлләмәй яҡындарыбыҙға өләшәйек, шатлыҡтарҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла уртаҡлашып йәшәйек! Үҙеңдең кемгәлер кәрәк икәнлегеңде тойоу беҙҙе йәшәтә, илһамландыра. Барығыҙға ла һаулыҡ насип итһен.
Динә АРЫҪЛАНОВА