Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 13:32

Ҡул эштәренән нур һибелә

84 йәштә лә энәһен ҡулынан төшөрмәй.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡаңны-Төркәй ауылында ҡул эшенә, шиғырҙар яҙыуға, йыр-моңға һәләтле ағинәй Рәйсә Яҡупова менән танышырға тура килде. Төрлө конкурстарҙа яулаған 60-лаған дипломы ғына ла йортоноң тотош бер яҡ стенаһын ҡаплаған.

Улар Рәйсә Харис ҡыҙының ҡул эшенә лә, шиғырға ла маһирлығын дәлилләй. Мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, башҡорт телен үҫтереүгә көс һалған өсөн Факиһа Туғыҙбаева исемендәге премия лауреаты булған әңгәмәсем. Биш китап сығарырға ла өлгөргән, уларға шиғырҙары, ауылының уңған кешеләре тураһында яҙмалары, йәнтөйәгенең тарихы тупланған.

Тормош иптәше менән биш балаға ғүмер биреп, 50 йәшенән хаҡлы ялға сыға Рәйсә апай. Шул осорҙан ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. “Заһиҙә” фольклор ансамбленә йөрөүенә лә хәҙер 30 йыл булып киткән. Көн һайын репетициялар үткәреү, рухташтары менән аралашыу ҙа күңеленә дәрт, илһам өҫтәй. Ауылда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһап өлгөргәндәр улар – Пермдә лә, Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла булғандар. Район гәзите менән дә бәйләнештә, матбуғат биттәрен йыш ҡына уның ҡыҙыҡлы мәҡәләләре биҙәй.

Ә бына ҡул эшенә оҫталығы әсәһенән күскән. “100-ләгән генә балаҫ һуҡҡандыр”, – тип яҡын кешеһен йылы хәтирәләр менән хәтергә алды.

– Әсәйем балаҫ ҡына түгел, кейеҙ ҙә баҫты. Барыһын да унан өйрәндем. Дүрт улыма аҫалы балаҫты үҙем һуҡтым, ҡыҙыма әсәйем бүләк иткәйне. Тегеү-бәйләүҙән айырылмайым, сөнки улар күңел йыуанысы бирә, – тине ул.

Рәйсә апайҙың йортон ҡул эштәренең төрлөһө биҙәй – бәйләнгән сәскә гөлләмәләренең ниндәйе генә юҡ, ҡурсаҡтар, кейеҙҙән яһалған әйберҙәр, картиналар, ултырғыс япмалары һәм башҡалар. Ҡәйнәһенең көмөштән эшләнгән түшелдереге лә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Әйткәндәй, ҡәйнәһе менән ул 33 йыл бергә татыу ғүмер итә.

– Ул мине эшкә лә, йәшәргә лә өйрәтте. Ҡәйнәмдең һүҙенән сыҡманым. Һәйбәт кеше булды, әле лә һағынам, – тигән һүҙҙәрҙә яҡындарына булған йылы ҡарашы сағыла.

Тормош иптәшен иртә юғалтыу, бала ҡайғылары күреү Рәйсә апайҙың йөрәген телгеләһә лә, донъяның матур яғын күреп, унан көс алып йәшәргә ынтыла. Эргәһендә генә улы менән килене йорт һалып ингән, улар ҙа олоғайған көндәрендә ҙур таяныс. Бөгөн һис кенә лә яңғыҙ түгел, яҡындарының иғтибарынан өҙөлмәй ул.

Рәйсә Яҡупова менән әллә ни оҙаҡ аралашырға тура килмәне, ләкин йөҙөнән нур балҡып торған ағинәйгә ҡарата тәрән һоҡланыу уянды.

– “Нисек йәш күренәһең?” тип һораусылар күп. Яуабым бер – эргә-тирәмдәге изге күңелле кешеләрҙән алам ул илһамды. Көн һайын кис ятҡанда, иртәгәһе көнгә бер изге ниәт уйлап ҡуям һәм шуны мотлаҡ үтәргә тырышам, – тип йылмая ул.

Рәйсә Харис ҡыҙына шулай ауылының матур ағинәйе булып оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын!

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: