Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 22:00

Ул хәҙер әсәһе янында...

Малай лейкоздан инде шәбәйҙе тигәндә, әсәһенең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ошонан һуң...

Ул хәҙер әсәһе янында...
Ул хәҙер әсәһе янында...

Ауыр яңылыҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килде. Ошо көндәрҙә унда алты йәшлек Алмас (исеме үҙгәртелде) менән бәхилләштеләр. Малай оҙайлы ваҡыт ҡурҡыныс сир - лейкоз менән көрәшә, әммә еңелә... Был турала "КП-Өфө" баҫмаһы хәбәр итте. 

Альбина исемле ҡатын балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Бер бөртөк һәм яратҡан улы уның өсөн шатлыҡ та, йыуаныс та була. Тик бер мәлдә баланың тиҙ генә хәле бөтә, арый, тәнендә күгәргән урындар барлыҡҡа килә башлай. Әсә кеше улын шунда уҡ дауаханаға алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар диагноз раҫлана - лейкоз. Был яңылыҡты ишеткән ҡатын шаҡ ҡата. Шунда уҡ улын дауалай башлай: бөтмәҫ химия терапияһы, анализдар, уколдар, дауаханалар. Малайы шәбәйһен өсөн Альбина барыһын да эшләй, уны мәктәпкә алып барырға хыяллана. Ҡатын бер кемдән дә ярҙам һорамай, дауа һәм әсә һөйөүе барыһын да еңер тип ышана. 

Инде хәлдәр яҡшыра башлай: дауа һөҙөмтә бирә, Алмас ремиссияға сыға. Әммә әсә йөрәге балаһы өсөн борсолоуҙарға түҙә алмай. Былтыр көҙ ул вафат була.

- Йоҡларға ятты ла уянманы ла ҡуйҙы. Ә әсәйһеҙ ҡалған Алмас яңынан сирләй башланы. Уны дауалар өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына клиникаға алып барырға уйлағайныҡ, тик өлгөрмәнек, ул бер нисә айҙа "янды". Сире ныҡ тиҙ аҙҙы, ярҙам итеү һуң ине шул... - тип һөйләгән ирекмәндәр. 

Фото: "КП-Өфө".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: