Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 06:00

Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!

Мөжәүир ағай ағастың тәбиғилеген һаҡлау яҡлы, шуға күрә... 

Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!

Ишембайҙан Мөжәүир Ғарифуллин – отставкалағы подполковник. Яҡташтары уны ағас эше оҫтаһы тип тә белә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Мөжәүир Исхаҡ улы, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, Бурансы биҫтәһендә яңы йорт күтәрә. Бураны Бөрйән районынан барып ала.

Йорттоң эсен-тышын улы менән рәтләп ҡуйғандан һуң, күңел талабына ярашлы, эргә-тирәһендә матурлыҡ тыуҙырырға тотона. Ейәненә – ағастан балалар майҙансығы, ҡатынының теләген үтәп, яһалма ҡоҙоҡ эшләп ҡуя. Тиҙҙән өҫтәл, ултырғыс, камин, бильярд өҫтәле кеүек йыһаздарға ла тотона.

Бөгөн Земфира менән Мөжәүир Ғарифуллиндарҙың йорто эргә-тирәгә йәм өләшеп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Йорт йыһаздары менән ҡыҙыҡһыныусылар, заказ менән тап шундайҙы эшләтергә теләүселәр ҙә бихисап. Өфө ҡалаһынан, үҙе тыуып үҫкән Стәрлебаштан, Федоровка районынан, хатта Екатеринбургтан ҡыҙыҡһыныусылар бар.

Мөжәүир ағай ағастың тәбиғилеген һаҡлау яҡлы, шуға күрә эшкәрткәндә лә махсус һеңдермә буяуға, етен майына өҫтөнлөк бирә.

Ысынлап та, төбәгебеҙ оҫталарға бай шул. Мөжәүир Ғарифуллиндың ҡул эштәре лә һоҡланып туймаҫлыҡ матур, үҙенсәлекле һәм тәбиғи!

Сығанаҡ: “Башҡортостаным/яңылыҡтар” төркөмө (vk.com/bashkortostanim).

Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен, оҫта!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас