Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 06:00

90 йәшлек ҡәйнәһе лә ситтә ҡалмаған

Уңған килен һәм ҡәйнә күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән туғыҙ пар йөн ойоҡ тапшырған.

90 йәшлек ҡәйнәһе лә ситтә ҡалмаған
90 йәшлек ҡәйнәһе лә ситтә ҡалмаған

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Зифа Ғәфүр ҡыҙы Латипова үҙенең туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаған ҡәйнәһе Ғилминур Нуретдин ҡыҙы Янбаева менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ярҙам акцияһына ихлас ҡушылған. Уңған килен һәм ҡәйнә ауыл хакимиәтенә күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән туғыҙ пар йөн ойоҡ тапшырған.

–Һау булһаҡ, тағы ла бәйләрбеҙ әле, – ти Зифа Ғәфүр ҡыҙы. – Егеттәребеҙ өшөмәһен, һалҡын алдырмаһын инде... Барыһының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын насип итһен, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәр ауыл һәм ҡалаларҙан сәләм хаттары яҙыла, төрлө ярҙам, йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек тупланмаһы йыйыла.

Фото: Иҫке Сибай ауыл биләмәһе.

90 йәшлек ҡәйнәһе лә ситтә ҡалмаған
90 йәшлек ҡәйнәһе лә ситтә ҡалмаған
90 йәшлек ҡәйнәһе лә ситтә ҡалмаған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: