Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 22:45

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша биреп була

Күсемһеҙ милекте теркәргә теләһәгеҙ...

Ғаризаны  Дәүләт хеҙмәттәре аша биреп була
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша биреп була

Ғинуарҙан алып милек хоҡуғын теркәү буйынса ғаризаларҙың ҡайһы бер төрҙәрен Рәсәй Федерацияһының Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин.

Һүҙ шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектын, баҡса йортон кадастр иҫәбенә ҡуйыу, милек хоҡуғын теркәүгә ғариза; ер участкаларын бүлеү һәм берләштереү; ЕГРН-да хаталарҙы төҙәтеү; шәхси ҡатнашлыҡтан тыш күсемһеҙ милеккә бәйле сделкаларҙы тыйыу йәки тыймау тураһында бара. Бындай осраҡтарҙа ғаризаға ҡул ҡуйыр өсөн "Госключ" ҡушымтаһында барлыҡҡа килгән ябай электрон ҡултамға ҡулланыласаҡ.

"Айырым осраҡтарҙа ғариза биреүселәр Росреестрға Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон формала мөрәжәғәт итә ала, был осраҡта көсәйтелгән электрон ҡултамғаны ҡулланмаҫҡа мөмкин. Хеҙмәт күрһәтеүгә бындай ғаризаға ҡағыҙ формаһын йәки түләүле электрон ҡултамғаны ҡулланмайынса, "Госключ" мобиль ҡушымтаһында ҡул ҡуйырға була", - тине Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.

Хеҙмәт күрһәтелһен өсөн, Дәүләт хеҙмәттәре порталында www.gosuslugi.ru теркәлергә, "Кадастр иҫәбе һәм күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү" ("Кадастровый учет и регистрация прав на недвижимость") бүлеген һайларға, артабан программа тәҡдим иткән алгоритмды үтергә кәрәк. Ғаризаны тултырғанда "Госключ" ҡушымтаһына һылтанма килеп сығырға тейеш.

Башҡортостандың "Минең документтарым" күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова әйтеүенсә, кәрәк саҡта граждандар һәм эшҡыуарҙар Дәүләт хеҙмәттәре порталынан тейешле документтарҙы сығарып алыр һәм раҫлатыр өсөн күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Быны алдан яҙылмайынса, бер барғанда ла эшләргә мөмкин.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: