Бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙмаған ауыл, ҡала, ғаилә ҡалмағандыр. Уларҙың һәр береһе гуманитар ярҙам туплауҙа үҙ өлөшөн индерә.
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауыл халҡы алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең хәлен интернет селтәре аша күҙәтеп бара, улар өсөн хафалана, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Йылы ойоҡбаштар бәйләүҙә, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша вәзәмдәр.
Әле килеп улар һалдаттарға һарыҡ йөнөнән түшәктәр эшләргә тотонған. "Үҙҙәре менән алып йөрөргә еңел дә һәм шул уҡ ваҡытта йылы ла буласаҡ улар", - ти вәзәмдәр. "Өшөмәһендәр, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, Хоҙай көс, сабырлыҡ бирһен", - тигән изге теләктәр теләй һәр береһе.
Әйткәндәй, һарыҡ йөнө йылы ғына түгел, ә шифалы ла. Уның һыҙлаған урынды дауалау үҙенсәлеге лә борондан билдәле. Тимәк, вәзәмдәрҙең түшәктәре яугирҙәр өсөн йылылыҡ ҡына бирмәҫ, ә ауыртҡан һәм һыҙлаған урындарын да имләр, дауалар, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Фото: Гөлназ Сурина.