Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 13:20

Егетте табырға ярҙам итегеҙ!

Инйәрҙә 15 йәшлек үҫмер өйҙән сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған...

Егетте табырға ярҙам итегеҙ!
Егетте табырға ярҙам итегеҙ!

“Башрегионспас” төркөмөнөң “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Белорет районының Инйәр ауылынан 15 йәшлек Искәндәр Мөхәмәҙиев 25 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән дә кире ҡайтмаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уның быға тиклем дә йәшәгән урынынан ситкә китеү осраҡтары теркәлгән.

Буйы – 175 сантиметр, кәүҙәһе ябыҡ, сәсе ҡара, күҙҙәре һоро.

Көләпәрәле ҡыҙыл-зәңгәр спорт курткаһы, ҡара спорт салбары, һоро ботинка, ҡара шарф һәм шапка кейгән.

Егеттең ҡайҙалығы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-937-3-1-2-112 йәки 102 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: “БашРегионСпас”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в