Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 11:45

Оҙон юлда сымһыҙ элемтә буласаҡ

Архангел – Белорет автомобиль юлы участкаһын сымһыҙ элемтә менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үтте.

Оҙон юлда сымһыҙ элемтә буласаҡ
Оҙон юлда сымһыҙ элемтә буласаҡ

“Бөгөн Архангел – Белорет автомобиль юлы участкаһын сымһыҙ элемтә менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙем”, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Күп автомобилселәр минең менән килешәлер: киҫкен боролоштар күп булған был юл участкаһында сифатлы мобиль бәйләнеш һәм интернет кәрәк. Ул беҙҙең хәүефһеҙлеккә лә, туристар өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыуға ла бик кәрәк, ти Андрей Назаров. Ул хеҙмәттәштәренә ошо проектты ентекле әҙерләргә ҡушҡан.

Трассаның был өлөшө 160 километр тәшкил итә, элемтәне 90 процентҡа тәьмин итеү өсөн 14 яңы база станцияһы ҡуйырға кәрәк. Уларҙың икәүһе 70 метр бейеклектә булырға тейеш. Бының өсөн 52 километрлыҡ оптика сүсе һәм 54 километрлыҡ электр үткәргесе булдырыу талап ителә.

Фото: “Бәйләнештә” сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в