Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 19:00

“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”

Бында илленән ашыу кеше ҡатнашты, эш ике көн барҙы, ти Темәс халҡы.

“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”
“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”

Баймаҡ районының Темәс ауылы уңғандары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн маскировкалау селтәре яһаған: был хаҡтағы видео социаль селтәрҙә ҙур популярлыҡ яуланы.

Уның үҙенсәлеге шунда: нигеҙ итеп ныҡлы септә алына, уға төрлө туҡыманан таҫмалар үрелә. Был япманы яу яланында техниканы ҡаплау  һәм башҡа маскировкалау маҡсатында ҡулланалар.

Видеоның авторы, Темәс тыуған яҡты өйрәнеү музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәмилә Әбсәләмова был яҙма улай популяр булып китер тип уйламаған да.

– Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән старт алған мөһим эшкә ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, мобилизацияланған ир-егеттәребеҙҙең әсәләре, яҡындары ла килде. Башҡа ауылдарҙа ла был эш бара. Әйткәндәй, беҙҙең ауылдан махсус хәрби операцияға ике тиҫтәгә яҡын кеше юлланды. Селтәргә нигеҙҙе әүҙем ауылдашыбыҙ, рухлы яҡташыбыҙ, Темәс участка урмансылығы хеҙмәткәре Иҙел Ситдиков Магнитогрск ҡалаһынан алып ҡайтты. Туҡыманан таҫмаларҙы иһә һәр кем йортонан килтергән төрлө төҫтәге иҫке әйберҙәрҙән, материалдарҙан эшләнек. Шулай уҡ беҙҙең ауыл Советына ҡараған күрше Таһир ауылынан да ете метр самаһы  материал ебәрҙеләр. Темәстәр яҡынса 160 квадрат метр үлсәмендә (оҙонлоғо – 20 метр самаһы) селтәр үрҙе, сарала илленән ашыу кеше ҡатнашты, эш ике көн барҙы. Алмашлап эшләнек, кемдер таҫма ҡырҡып торҙо, кемдер үрҙе. Ике көн тигәндә тамамланыҡ. Махсус хәрби операция биләмәһенә ошо селтәр менән бергә күңелебеҙҙең йылыһын, изге теләктәребеҙҙе ҡушып ебәрәбеҙ. Иң мөһиме – ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын! - ти Рәмилә ханым.

Фото һәм видео: Рәмилә Әбсәләмова.

“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”
“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”
“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”
“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”
“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”
“Селтәргә йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып ебәрәбеҙ”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в