Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 17:00

Талҡан, ҡорот һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре...

Әбйәлилдәр яугирҙәргә иң тәмле ризыҡтар әҙерләгән, хатта тыуған яҡта үҫкән шифалы үләндәр сәйе лә бар.

Талҡан, ҡорот һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре...
Талҡан, ҡорот һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре...

Махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙәргә республиканың төрлө ауыл һәм ҡалаларынан уңған хужабикәләр үҙҙәре әҙерләгән ризыҡтарҙы ебәреүгә күп көс һала. Кемдер тәмле-тәмле бөйөрөктәр бешерһә, икенселәре һалма ҡырҡа.

Ә бына Әбйәлил районының Хәлил ауыл биләмәһенә ҡараған Хәлил һәм Мәхмүт ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары күстәнәскә талҡан, ҡорот һәм үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән хуш еҫле үләндәрҙән сәй әҙерләгән.

Талҡандың ашҡаҙан өсөн файҙаһын һәр кем яҡшы беләлер, ә ҡорот хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Шулай уҡ Ирәндек буйында үҫкән төрлө шифалы үләндәр сәйе һалдаттар өсөн бик файҙалы буласаҡ. Ни тиһәң дә үлән сәйе  ябай эсемлек кенә түгел, ә иммунитетты нығыта һәм һалҡын тейгәндә бынамын тигән шифа ла!

Фото: "Осҡон" гәзите.

Талҡан, ҡорот һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре...
Талҡан, ҡорот һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре...
Талҡан, ҡорот һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре...
Талҡан, ҡорот һәм хуш еҫле үлән сәйҙәре...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в