Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 20:00

Ҡыҙҙарын балыҡҡа ла бергә алып йөрөй

"Ҡыҙым тәүге көндән үк уға ылыҡты һәм “атай” тип йөрөтә башланы. Ә ирем уны шунда уҡ үҙ ҡыҙылай ҡабул итте".

Ҡыҙҙарын балыҡҡа ла бергә алып йөрөй
Ҡыҙҙарын балыҡҡа ла бергә алып йөрөй

Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылында йәшәгән Ниғмәтуллиндар ғаиләһендә дүрт ҡыҙ бала үҫә. “Минең Илнурым ир һәм атай булараҡ алтын кеше, уның юлымда осрауына Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым!” – тип ҡатыны Нурыя юҡҡа ғына әйтмәйҙер.

“Ҡыҙҙары өсөн атайҙары ныҡлы терәк кенә түгел, ул ысын ир-ат өлгөһө, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла”, тип яҙа “Көйөргәҙе” гәзите.

"2009 йылда никахлашҡанда өлкән ҡыҙыбыҙға дүрт йәш ярым ине, – тип һөйләй Нурыя ханым. – Зинфира ҡыҙым тәүге көндән үк уға ылыҡты һәм “атай” тип йөрөтә башланы. Ә ирем уны шунда уҡ үҙ ҡыҙылай ҡабул итте. Мин баштан ғаиләбеҙҙә шундай йылы мөнәсәбәт тыуыуына бик шатмын. Хәҙер беҙҙең дүрт ҡыҙыбыҙ бар. Иремдең һәр яҡтан терәк, аңлаусан, уйлап эш итеүсән булыуы арҡаһында үҙемде бәхетле тоям. Хатта ул вахтала саҡта ла беҙ үҙебеҙҙе яңғыҙ тоймайбыҙ, балаларҙы тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Ә өйҙә саҡта уларҙың тормошо менән ҡайнап йәшәй. Кемде балалар баҡсаһына, кемде мәктәпкә илтергә, ҡасан ҡаршы алырға..."

“Атайыбыҙ беҙҙең менән ваҡыт үткәрергә ярата, хатта йәй бергәләп балыҡҡа йөрөйбөҙ. Математиканан ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сискәндә, әлбиттә, атайыбыҙға мөрәжәғәт итәбеҙ”, – ти ҡыҙҙары.

– Ҡыҙҙарыбыҙ аталарының вахтанан ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала, тәҙрәнән күҙҙәрен алмайҙар, йә урамға ҡаршыларға йүгерәләр. Уның ҡайтыуын бөтәбеҙ ҙә әҙерләнеп көтөп торабыҙ: ул яратҡан аш-һыуҙы  бешерәбеҙ, балыҡ ҡурабыҙ. Ул да сюрприздары менән  аптыратырға ярата, юлдан арып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы саҡ гөлләмәләр тотоп килеп инә. Эйе, вахтала эшләүе рәхәт түгел, ул нисек тә беҙҙе яҡшыраҡ тәьмин итергә тырыша. Бер нисә көн ял иткәндән һуң йәнә эшкә тотона, ҡыҙҙарҙы хеҙмәткә өйрәтә. Улар менән уртаҡ телде еңел таба, уңыштары менән ғорурлана.

Өлкән ҡыҙыбыҙ Зинфираға 18 йәш тулды. Ул иҡтисадсы буласаҡ, бер юлы эшләп тә йөрөй. Алина һәм Әмирә мәктәптә уҡый, Руфина балалар баҡсаһына йөрөй. Бөтә ҡыҙҙарыбыҙ ҙа балалар баҡсаһына рәхәтләнеп, яратып  йөрөнө, бында ла иремдең ҙур өлөшө бар. “Бер ҡасан да ялҡауланмаҫҡа”, тип өйрәтә ул яратҡан ҡыҙҙарына һәм үҙе ошоно көн һайын иҫбатлай, – ти ҡатыны Нурыя, ире менән ғорурланып.

Оло ғаиләгә именлек, уңыштар теләйбеҙ, башҡаларға матур өлгө булып оҙайлы ғүмер кисерегеҙ!

Марина Петрова фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в