Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 08:00

Йәшлекте иҫкә төшөрәйек, дуҫтар!

Был – студент фольклорының иң популяр йырҙарының береһе. Һәр уҡыу йортонда ул, моғайын, үҙенсә башҡарылғандыр, әммә...

Йәшлекте иҫкә төшөрәйек, дуҫтар!
Йәшлекте иҫкә төшөрәйек, дуҫтар!

Арабыҙҙа ҡасандыр студент булғандар һәм әле ошо данлы исемде күтәреп йөрөүселәр бар икән, тимәк, бөгөнгө байрам тап һеҙҙең өсөн!

Учалы районының Комсомольск ауылында йәшәгән һәләтле уҙаман Булат Пирғәлин дә шанлы йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп, сираттағы  ижад емешен ижад иткән, рухташтарын йыйып шәп видеояҙма төшөргән. Ә бөтәһенә лә аңлашылһын өсөн, уны рус телендә эшләгән.

“Студент фольклорының иң популяр йырҙарының береһен хәтергә төшөрөргә ваҡыт. Һәр бер уҡыу йортонда ул, моғайын, үҙенсә башҡарылғандыр. Йырҙың авторы кем икәнлеген белмәйбеҙ, ләкин ул үҙешмәкәр студенттар репертуарына оҙаҡ йылдарға ныҡлы үтеп инде. Беҙ уны сессия тамамланғас йәки төҙөлөш отрядында моңло гитара моңо аҫтында башҡарыу форсатын бер ҡасан да ҡулдан ысҡындырманыҡ.

25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары үҙҙәренең “һөнәри” байрамын - Студенттар көнөн билдәләй. Бөтә студенттарҙы, элеккеләрен һәм хәҙергеләрен, байрам менән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла изгелек һәм һаулыҡ, ә беҙҙән – йыр!” - тип яҙа шәхси сәхифәһендә Булат Пирғәлин.

Әйҙәгеҙ, тыңлап, күңелле студент йылдарын иҫкә төшөрәйек, дуҫтар!

Фото: видеонан скриншот.

Видео: Булат Пирғәлин

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: