Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 50-се ултырышы эшендә ҡатнашты. Унда, атап әйткәндә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә 30-ҙан ашыу төбәк социаль ярҙам сараһын ғәмәлгә ашырыу тикшерелде.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итеүенсә, балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүленгән. 2023 йылдың ғинуар башына 2,8 мең хәрби хеҙмәткәрҙең балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Бынан тыш, 5-11-се кластарҙағы 2,2 меңдән ашыу уҡыусы һәм колледжда белем алған 500 самаһы студент бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән.
Шулай уҡ 23 йәшкә тиклемге уҡыусылар һәм студенттар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. 3,1 меңдән ашыу кеше ошо хоҡуҡ менән файҙаланған. Улар 18 меңгә яҡын льготалы сәфәр башҡарған да.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 4,2 меңдән ашыу туғаны – медицина ярҙамы, 136 хәрби хеҙмәткәрҙең балаһы – республиканың ҡаланан ситтәге лагерҙарына, 111-е – шифахана-курорт учреждениеларына юллама, 61 бала республика колледждарына белем биреү сертификаттары алған.
Бынан тыш, һигеҙ мең кеше ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса коммуналь хеҙмәткә түләүҙән азат ителгән. Саралар иҫәбендә шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың республиканың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондынан торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге ҡаралған.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, социаль ярҙам саралары буйынса 8-800-600-00-00 телефоны аша кәңәшләшергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.