Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2023, 21:00

Арабыҙҙан китеүенә бөгөн ете йыл

Тыныс йоҡла, Вәсилә... 

Арабыҙҙан китеүенә бөгөн ете йыл
Арабыҙҙан китеүенә бөгөн ете йыл

Бынан ете йыл элек, 2016 йылдың 26 ғинуарында яратҡан йырсыбыҙ, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова вафат булды. Уға ни бары 36 йәш ине. Ҙур популярлыҡ яулап, сәхнәлә ҙур танылыу алған мәлендә вафат булды ул.

Вәсиләнең яҙмышын күптәр белә. Тәүҙә тормош юлдары ҡатмарлы булһа ла, ул уңышлы кейәүгә сыға. Яратҡан иренән малай таба һәм уны яратып, ике күҙ араһында ғына бағып үҫтерәләр. Улы Кәрим үҫә төшкәс, ул ҡыҙ бала табырға тип хыяллана һәм был теләге лә тормошҡа аша.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙары ваҡытынан алда тыуа. Уның ауырлығы ни бары 900 грамм ғына була. Әсәнең дә, баланың да хәле бик ауыр тип баһалана. Бер нисә көн үткәс Вәсилә вафат булып ҡала. Ә ҡыҙсыҡ бар көсө менән ғүмеренә йәбешә һәм тере ҡала. Әммә һаулығында кәмселектәре күп була.

Сирле баланы атаһы яңғыҙы алып сыға дауахананан. Уға Камила тип исем ҡушалар. Аҙаҡ баланы ҡарарға өләсәй менән олатай ярҙам итә. Камилаға хәҙер ете йәш . Ул әле һаман сәләмәтлек өсөн көрәшә.

Атаһы менән әсәһен, аҙаҡ берҙән-бер һеңлеһен юғалтҡан фажиғәле яҙмышлы Вәсиләнең йырҙары моңһоу, йөрәккә үтерлек һағышлы. Ауыр һынауҙарға бирешмәй, ул һәр ваҡыт үҙендә йәшәргә көс таба – әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең дә ғүмере ҡыҫҡа була.

Вәсилә Фәттәхова башҡарған "Туған яҡ", "Әйтелмәгән мөхәббәтем", "Яңғыҙ миләш" һәм башҡа бик күп йырҙары күптән инде хитҡа әйләнгән. Иҫән булһа, тағы әллә күпме йырҙар барлыҡҡа килер инә лә бит... Тыныс йоҡла, яратҡан йырсыбыҙ! 

Фото: fb.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: