+1 °С
Болотло
Быйыл февраль айында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан оҙайлы ялдар көтөлә. 28 көнлө был айҙа аҙнаһына биш көн эшләгән граждандарға 18 эш көнө тура килә, шуның берәүһе ҡыҫҡартылған эш көнө. Ә ҡалған 10-һы - ял һәм байрам көндәре.
23 февраль кесе йомаға тура килә, ә 24-енә ғинуарҙағы Яңы йыл байрамының бер ял көнө күсерелә. Шулай итеп, 23-өнән алып 26 февралгә тиклем ял көндәре буласаҡ.