Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2023, 11:00

"Халыҡты һөйөндөргөм килә: йәйгә табан илгә..."

Татарстандан Алһыу Ғәлимйәнованың махсус хәрби операцияның ҡапыл ғына туҡтаясағын күҙаллауы тураһында яҙғайныҡ. Ә бына Башҡортостандан Фәүәзилә Сагаева нимә ти? 

"Халыҡты һөйөндөргөм килә: йәйгә табан илгә..."
"Халыҡты һөйөндөргөм килә: йәйгә табан илгә..."

Татарстандан “Экстрасенстар алышы” проекты еңеүсеһе Алһыу Ғәлимйәнованың махсус хәрби операцияның ҡапыл ғына туҡтаясағын күҙаллауы тураһында яҙғайныҡ. Ә бына Башҡортостандан Фәүәзилә Сагаева нимә ти? Был хаҡта “Ватаным Татарстан” баҫмаһы хәбәр итә.

- Юлбарыҫ йылы ауыр булды. Был йәнлек ҡорбандар ярата. Шуға ла күп кенә яҡындарыбыҙҙы юғалттыҡ. Башланып торған Ҡуян йылы яҡшы хәбәрҙәр килтерәсәк. Ҡуян – йомшаҡ, иркә, араларҙы яйлаусы хайуан.

Халыҡты һөйөндөрәһем килә: ни генә булһа ла, тыныс көндәргә йыраҡ ҡалманы. Йәйгә табан илгә именлек киләсәк. Көнбайышта йәшәүселәргә ҡыйын буласаҡ. Ауырлыҡ алдында ҡалырҙар. Доллар сүпкә әйләнеп ҡаласаҡ. Уның ҡарауы, евро үҫәсәк. Тағы шул: элек араны өҙгән сит илдәр беҙҙең менән дуҫлашасаҡ.

Дауылдар, ҡурҡыныс ямғырҙар, тәбиғәт бәлә-ҡазалары булмаясаҡ. Ковид бөттө тиһәк тә, йоғошло ауырыуҙар баш күтәрәсәк. Балалар күп ауырыуы ихтимал. Әммә был сир ололарға теймәйәсәк.

Бала тигәндән, күп кенә ғаиләләрҙә өсөнсө сабыйҙар тыуасаҡ. Шул уҡ ваҡытта бәпәй һөйә алмаусылар ҙа артасаҡ. Был кешеләрҙең компьютер янында ултырыуына, аҙ хәрәкәтләнеүенә бәйле.

Ауыл хужалығына килгәндә, уңыш былтырғы кеүек үк булмаҫ. Картуфтың уңышы насар буласаҡ, - тип күҙаллаған Фәүәзилә.

Әлбиттә, күрәҙәгә, күҙаллауҙарға ышаныу-ышанмау һәр кемдең үҙ эше. Иң мөһиме – тыныслыҡ, именлек булһын!

Фото:  wp-s.ru

Сығанаҡ: vatantat.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас