Киләсәктә илебеҙҙә йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален үткәрергә мөмкин, тип иҫәпләй Рәсәй Президенты Владимир Путин. Ләкин, уның һүҙҙәренсә, хәҙерге шарттарҙа был идеяны тормошҡа ашырыу еңел түгел.
"Идеяғыҙ һәйбәт. Хәҙерге шарттарҙа уны тормошҡа ашырыу еңел булмаҫ, моғайын. Шулай ҙа, 2017 йылда, Ҡырым ваҡиғаларына ҡарамаҫтан, Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален бик уңышлы үткәрҙек”, – тип яуап бирҙе Владимир Путин РУДН студенты Дарья Семенованың шул Сочиҙа уҙған фестивалде ҡабатлау тәҡдименә.
"Барыһы ла үҙ ваҡытында булды, тип уйлайым. Әммә идея дөрөҫ”, – тип өҫтәне Президент. Шул уҡ ваҡытта ул, барыһы ла властар теләгенән генә тормай, тип билдәләне. "Конкурсты уҙғарыу ҡатнашыусыларға, халыҡ-ара ойошмаларға бәйле. Дөйөм алғанда, был идея бик дөрөҫ, сөнки бындай ваҡиғалар кешеләрҙе берләштерә. Һәм, ҡағиҙә булараҡ, яҡшы үтә. Шуға күрә мотлаҡ ҡарарбыҙ”, – тине.
Президент шулай уҡ, бындай сараны ойоштороуҙа төбәк властарының ярҙамы мөһим, "әммә иң тәүҙә тейешле халыҡ-ара структуралар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырырға һәм федераль үҙәктең мөмкинлектәрен йәлеп итергә кәрәк", тип өҫтәне.
Рәсәй халыҡ-ара сараларҙы һәр ваҡыт юғары кимәлдә уҙғара, тип билдәләне дәүләт башлығы. "Киләһе тапҡыр шулай эшләрбеҙ. Идея өсөн рәхмәт”, – тип өҫтәне ул һәм сараны ойоштороу тураһында һорау биреп, унда ирекмән булып эшләргә теләгән ҡыҙҙың үҙен дә эшмәкәрлеккә йәлеп итергә вәғәҙә бирҙе.
Фото: dvina29.ru