Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2023, 15:00

Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...

"Эште ултырғыстарға япма эшләүҙән башлағайным. Әле ябай сәскәләр генә эшләмәйем, ә бүлмәне яҡтыртыу өсөн торшерҙар ҙа әҙерләйем".

Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...
Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...

Асҡын районында йәшәгән Ләйсән Ғиниәтованың ижади эштәре, төҫлө изолондан һәм фоамирандан яһалған күҙҙе ҡамаштырғыс сәскәләре һәр кемде һоҡландырырлыҡ. Оҫтаның ижад емештәре өйҙәрҙе йәмләп, яҡшы кәйеф тыуҙырырлыҡ. Һуңғы ваҡытта бындай күркәм әйберҙәр модала, ҙур һорау менән файҙалана.

Ләйсән Ҡубыяҙҙа тыуып үҫкән, мәктәпте тамамлағас, Өфөлә юридик колледжда белем ала. Әле тормош иптәше Руслан менән Асҡында үҙҙәренең иркен йорттарында донъя көтәләр, Алһыу һәм Самир исемле балалар үҫтерәләр. Ләйсән тормошон балаларын һәм ғаиләһен  тәрбиәләүгә арнаны, тип яҙа “ Аскинская новь” гәзите.

– Мин ғүмер буйы ижад эшенә ынтылып йәшәнем. Яратҡан эшең булыу бәхет бит ул, күңелдә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. Ҡул эше менән ун йылдан ашыу шөғөлләнәм инде. Эште ултырғыстарға япма эшләүҙән башлағайным, ә сәскәләргә улым тыуғас тотондом. Интернетта башҡаларҙың эштәрен күреп һоҡландым, аҙаҡ үҙем эшләй башланым. Мауыҡтырғыс , бик ҡыҙыҡлы шөғөл! Мин ябай сәскәләр генә эшләмәйем, ә бүлмәне яҡтыртыу өсөн торшерҙар ҙа әҙерләйем. Электр йәһәтенән ирем ярҙам итә, ул - минең алмаштырғыһыҙ ярҙамсым, материалдар алып ҡайта, эш ҡоралдары килтерә.

Ләйсәндең башы төрлө идеялар менән тулы, оҫталыҡ дәрестәрен өйрәнеүен дауам итә. Декоратив һәм көнкүреш функцияларын берләштергән әйберҙәрҙең халыҡҡа оҡшауын ул белә. Проекттың ҡатмарлығына ҡарап, бер әйберҙе әҙерләүгә бер-ике көн ваҡыт китә, ти.

– Заказды үтәр алдынан мин һәр сәскәне өйрәнәм, биологияһына инеп китәм, дәүмәлен билдәләйем.Минең өсөн  әйберҙең матурлығы ҡиммәт, һан артынан ҡыумайым. Илһам килһә, башым менән эшкә сумам, тиҙерәк хыялымды тормошҡа ашырырға тырышам. Ә ҡайһы саҡта аҙна буйына ҡулға эш бармауы ихтимал, – тип ижад серҙәре менән бүлешә Ләйсән.

Ул ижад иткән һәр сәскә композицияһына йән йылыһы, характер һыҙаттары, матурлыҡты тойоу һәләте һалынған. Бәлки, шуғалыр ҙа йәм һәм гүзәллек һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙар Ләйсәндең ижадына ғашиҡ, социаль селтәрҙә хуплау һүҙҙәре етерлек.

Лениза Закирова фотолары.

 

Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...
Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...
Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...
Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...
Улы тыуғас, күңеле матурлыҡҡа ынтыла...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: