Бөгөн Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратова шәхси сәхифәһе аша һөйөнөслө яңылыҡ еткергән.
“Бөгөн миңә Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташым Абдулла ағай Солтанов шылтыратты. Быйыл уға 95 йәш туласаҡ. Ағайыбыҙ ҙур шатлығы менән уртаҡлашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тырышлығы менән ул Белорет районының “Асы” шифаханаһына сәләмәтлеген нығытырға барасаҡ.
Беҙ, Абдулла ағайҙың яҡташтары, уның талантына һоҡланғандар, Эльвира Ринат ҡыҙына хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Әгәр ҙә барлыҡ депутаттар уның кеүек үҙ һайлаусыларына иғтибарлы булһа, уларға ҡарата халыҡ хөрмәте лә ҙурыраҡ булыр ине. Эльвира Ринат ҡыҙы, һеҙгә ҙур рәхмәт! Һеҙ ысын халыҡ депутаты!” – тип яҙған Гөлдәр Сабит ҡыҙы.
Халҡыбыҙҙың мәшһүр, легендар йырсыһы Абдулла Солтанов Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған, ғүмер буйы шунда йәшәй. Йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе булып эшләгән.
Иҫ киткес моңло, аһәңле тауышлы Абдулла Солтанов бер ҡасан да йырҙан айырылмай. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Мәшһүр йырсыбыҙға, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улына иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ!
Фото: "Беҙ - Учалынан!" төркөмө.