Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә уҙғарылған “Тынмаһын гармун моңо” конкурсында Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылынан Мөхәррәм Ҡасҡынбаев икенсе урын алып, еңеүселәр рәтенә инде. Алыҫ тарафтарға оҙаҡ ҡына юл төшмәйерәк торһа ла, ниһайәт, һалҡындарҙан һуң еңеүсебеҙҙе күрергә Бөрйәнгә юл тоттоҡ.
Уникаль кеше
Мөхәррәм Абдразаҡ улын конкурс мәлендә оҫта итеп гармунда уйнауын белһәк, аралашыу ваҡытында уны биҙәгән тағы ла әллә күпме һәләттәрен асып һоҡландыҡ. Гүзәл Бөрйән тарафтарында бындай һәләтле шәхестәр үҫеүе ғәжәп тә түгелдер.
Мөхәррәм Абдразаҡ улы кеүек күп һәләттәргә эйә үҙенсәлекле кешеләр һирәк осрай. Байтаҡ йылдар физика, математика фәндәренән уҡытҡан педагогтың ижад донъяһы ла бай: көйҙәр ижад итә, баянда, гармунда, ҡурайҙа уйнай. Урманда үҫеп ултырған үләнде өҙөп, ҡурай эшләп, унан көй сығарғанын уҡыусылары ла ҡыҙыҡһынып күҙәтә.
“Мөхәррәм Абдразаҡ улы – бик үҙенсәлекле кеше. Районда футболды кем күтәрә, тиһәгеҙ – Мөхәррәм, шахмат, шашкала кем беренсе – Мөхәррәм, оҫта баянсы ла, яҡшы педагог та ул” тигән йылы һүҙҙәр ишеттек район хакимиәтендә уның тураһында.
Мөхәррәм Ҡасҡынбаев тыуып үҫкән Яңы Мөсәт ауылынан ситтә бәхет эҙләп оҙаҡ йөрөмәй. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай һәм йүнәлтмә менән Чита өлкәһенең Зоргол ауылында хеҙмәт юлын башлай. Алты йыл дауамында Ҡытай сигендәге ауылда балалар уҡыта. Шунда ул спортҡа ла ныҡлап ылыға. Шахмат, мылтыҡтан атыу, теннис, гер күтәреү, еңел атлетика буйынса күп тапҡыр район, өлкә кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Ләкин тыуған ере күңеленән сыҡмай һәм 1991 йылда Бөрйән егете Яңы Мөсәтенә ҡайтып төпләнә. Белемле, көс-ҡеүәте ташып торған сағы була. Балаларға белем биреп кенә ҡалмай, ауылда спортты үҫтереү буйынса ең һыҙғанып эшкә тотона. Күпме малайҙың күңелендә футболға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, сәм уята ул. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй, ауыл командаһы яйлап районда алдынғылыҡҡа сыға. Йәш белгес хеҙмәт юлын ябай уҡытыусы булып башлаһа ла, бер аҙҙан мәктәп директоры вазифаһына үрләтелә.
Ойоштороу һәләтен, спорттағы яҡшы һөҙөмтәләрен күреп, тиҙҙән уны район хакимиәтенең спорт комитеты етәксеһе итеп эшкә саҡыралар. Биш йыл район хакимиәтендә эшләү осоронда эштәр идарасыһы, мәғариф бүлеге етәксеһе, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаларын үтәй.
2011 йылдан хеҙмәт юлы йәнә тыуған ауылы менән бәйле. Яңы Мөсәт мәктәбе етәксеһе булып ҡайтһа ла, белем биреү менән бер рәттән ҙур иғтибарҙы спортты үҫтереүгә йүнәлтә. Шахмат, теннис, футбол түңәрәктәрен алып бара. Уҡыусылары уңыштары менән һөйөндөрә. Әле лә уның тәрбиәләнеүселәре был спорт төрҙәре буйынса районда алдынғылыҡты яулай.
– Уҡыусыларымда спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятып, уларҙың төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулауы – минең өсөн иң ҙур баһа һәм һөҙөмтә, – ти ул йәш быуын өсөн ҡыуанысын йәшермәй.
Күптәргә өлгө
Балаларға үҙе лә өлгө була белә Мөхәррәм Абдразаҡ улы. Әле лә спорт ярыштарында даими рәүештә район, республика кимәлендә алдынғы урындар яулап килә. Шахмат, шашка, волейбол, футбол, теннис буйынса кубоктарының, миҙалдарының, маҡтау грамоталарының һанының осона сығырлыҡ түгел. Уларҙың һәр береһе – әллә күпме көс һалып яуланған ҡәҙерле иҫтәлек. Әленән-әле төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып үҙенең көсөн һынай. Мәҫәлән, уҙған аҙнала Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тирә-яҡ райондарҙан иң көслө шахматсылар ҡатнашлығында уҙғарылған Хөрмәт Фәхретдинов кубогына турнирҙа икенсе урын яулауға өлгәште.
Республикабыҙҙың Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарының Почет грамоталары һәм миҙалдары ла – хеҙмәт емеше һөҙөмтәһе.
Хәҙер Мөхәррәм Абдразаҡ улын йыш ҡына район кимәлендә уҙғарылған шахмат, йәйәнән уҡ атыу һәм башҡа ярыштарға судья итеп саҡыралар. Уҡ атыу менән шөғөлләнеүе лә осраҡлы түгел. Ҡалын урманлы Бөрйән яҡтарында ир-егеттәрҙең һунарсылыҡ менән ҡыҙыҡһынмауы мөмкин дә түгелдер.
– Урманға сығып китһәм, унда мин ял итәм. Эҙҙәренә ҡарап ниндәй йәнлектең ҡасан һәм ҡайһы яҡҡа киткәнен айырам. Урман һиллеге күңелемә көс бирә, – тигән һүҙҙәрендә лә тыуған төйәгенә һөйөүе сағыла.
Әңгәмәсемдең балта эшенә оҫталығы ла бар. Әллә күпме өй, мунса буралары бураған был йылдар эсендә. Ағас эшендә нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә, йорт йыһаздарын эшләү ҙә уға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Бала сағында атаһына ҡарап дуға, сана табандарын, көйәнтә бөгөүҙән башланып китә уның был шөғөлгә оҫталығы. Заманында һалабаш эшкәртеү, септә үреү, йүкәнән тоҡ тегеү эштәрендә лә ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы булған.
Спорт, гармун, баянда уйнау уның өсөн күңел шөғөлө булһа, уҡытыусылыҡ – йәштән һайлаған төп һөнәре. Дөйөм хеҙмәт стажы 40 йылға етеп килә, уның 33 йылы педагогия эшмәкәрлеге менән бәйле. Әле лә ул мәктәптә физика, математика фәндәренән белем бирә.
– Балалар менән эшләүе оҡшай. Белгәнемде уларға өйрәтеүҙән, йәш быуын менән аралашыуҙан күңел кинәнесе алам, – ти уҡытыусылыҡ эшенең үҙенә яҡын булыуы тураһында әңгәмәсем. Һөнәреңде яратҡанда ғына, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкин. Йәшерәк сағында район кимәлендә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүе лә Мөхәррәм Абдразаҡ улының һөнәри оҫталығын сағылдыра. Шулай уҡ “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булған ул.
“Бәйләнештә” төркөмөбөҙҙәге гармунсылар конкурсында үҙенең дәртле моңдары менән конкурсыбыҙҙың мәртәбәһен күтәргән еңеүсебеҙҙең был музыка ҡоралына ҡыҙыҡһыныуы тураһында ла һораштыҡ.
– Бала саҡта Гүзәл апайым гармунда уйнағанда, алдына тубыҡланып ҡарап ултыра торғайным. Шулай итеп өйрәнеп киттем. Апайым республикала уҙғарылған сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһе лә, гармунда ла оҫта уйнай, матур йырлай ҙа, – тип апаһына рәхмәтле булыуын да белдерҙе Мөхәррәм Ҡасҡынбаев.
Һәләт нәҫелдән дә киләлер. Апалы-ҡустылы был талант эйәләренең бергәләп гармунда, баянда уйнағандарын ауылдаштары ла яратып ҡабул итә.
Йәнтөйәген данлай
Мөхәррәм Ҡасҡынбаевтың бала саҡтан гармунға ҡарата һөйөүе ғүмер буйы ла һүрелмәй. Студент осоронда Өфөлә биш йыл буйы Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге “пятачок”та гармунға йәштәрҙе бейеткән мәлен дә һағынып хәтергә ала. Уның был музыка ҡоралында уйнау оҫталығы төрлө кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа ла юғары баһаланған. Мәҫәлән, 1989 йылда Чита ҡалаһында уҙғарылған гармунсыларҙың төбәк конкурсында 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Яңауыл, Учалы ҡалаларында ла конкурс лауреаты булған. Хәйбуллала уҙғарылған гармунсылар бәйгеһендә – беренсе, районда гран-при яулауҙарын һәм башҡа ҡаҙаныштарын әллә күпме дауам итергә мөмкин булыр ине.
Бынан байтаҡ йылдар элек әңгәмәсемә “Уйна, гармун” халыҡ-ара фестивалендә лә ҡатнашырға насип булған, унда ул башҡорт көйҙәрен өҙҙөрөп уйнап, моңобоҙҙо бар илгә таныта.
Мөхәррәм Ҡасҡынбаев тураһында һүҙ сыҡһа, яҡташтарының уға ҡарата хөрмәте, ғорурланыуы тойола. “Ул беҙҙең уникаль кеше” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Ысынлап та, үҙенең булмышы, һәләттәре, конкурстарҙағы еңеүҙәре менән ул үҙен генә түгел, йәнтөйәген дә ҙурлай, данлай. Бөрйәне, ғаиләһе, туғандары, яҡташтары менән бәхетле булған ир аҫылына артабан да тыуған еренә кәрәкле булып йәшәүен теләйбеҙ.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА