Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 13:48

Берҙәмлектә – көс

Яугирҙәргә олоһо ла, кесеһе лә ярҙам итә.

Республика халҡы Украинала махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк яугирҙәргә ярҙам итә. Был эштә олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләй.  Уның офистары “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләрендә урынлашҡан.

 

99 йәшлек инәйҙән үрнәк алайыҡ

 

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән “Өләсәйҙең йылыһы” хәйриә акцияһы бара. Йөҙҙәрсә кеше берләште. Улар ойоҡбаштар бәйләй, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар йыя, махсус кейемдәр тегә...

Ил һәм егеттәр яҙмышына өлкән быуын вәкилдәре лә битараф түгел. Мәҫәлән, 99 йәшлек Вәзиғә Бәҙәмшина егеттәргә тип бер нисә пар ойоҡбаш бәйләгән. Инәй ҡул эшенә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ өйрәнгән булған. Ул саҡта кескәй ҡыҙ совет яугирҙәре өсөн фронтҡа үҙе бәйләгән ойоҡтарын ебәргән.

Вәзиғә Бәҙәмшина һалдаттарға хат та яҙған:

“Ҡәҙерле һаҡсыларыбыҙ, улда­рыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәрҙәребеҙ! Һуғыш йылдарын баштан үткәрҙем, һыуыҡты һәм аслыҡты күп күрҙем. 1941 йылда фронтҡа посылкалар, хаттар ебәрә торғайныҡ. Ҡыҙҙар ойоҡ, бейәләй бәйләне, махорка өсөн янсыҡ сигеп текте, хаттар яҙҙы. Малайҙар посылкалар өсөн йәш­никтәр ҡаҡты, һүрәттәр эшләне. Аңлайым, һеҙгә еңел түгел. Нисек тә булһа ярҙам итке килә. Һәм бына, 90 йылдан һуң, тағы ла һалдаттарға ойоҡбаштар бәй­ләр­мен тип кем уйлаған... Һәр ойоҡбашты доға ҡылып, Хоҙай ярҙамына өмөтләнеп бәйләйем... Күңелемдең, ҡулдарымдың йылы­һы һеҙгә көрәштә ярҙам итер. Белегеҙ, беҙ һеҙҙең ғәҙел ғә­мәлдәрегеҙгә ышанабыҙ, Еңеүгә өмөтләнәбеҙ. Һеҙҙе яратабыҙ. Өйҙәрегеҙгә иҫән-һау ҡайты­уығыҙҙы көтәбеҙ”.

 

Баҡалылар кейем тегә

 

Башҡортостанда мини-цехтарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы кейем, плащ, балаклав тегәләр. Яңыраҡ Баҡалы районында ла ошондай оҫтахана асылды.

Тәүҙә Гөлнара Нәзипова Пермь ирекмәндәренең тәжрибәһен өйрәнә, Башҡортостанда кейем тегеү буйынса бәләкәй оҫтаханалар асҡан кешеләр менән аралаша. Тегеү эшенең нескәлектәренә төшөнгәс, социаль селтәрҙәр аша райондаштарына мөрәжәғәт итә.

Район хакимиәте ирекмәнде яңғыҙын ҡалдырмай – элекке 1-се мәктәп бинаһынан бүлмә бирә, шунда уҡ М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы ла ойошторола. “Беҙҙең заман” йәштәр үҙәге менән хеҙмәттәшлек яйға һалына, күп тә үтмәй бағыусыларҙан һәм хәстәрлекле кешеләрҙән тәүге аҡсалата ярҙам да килә башлай.

Яугирҙәр өсөн сираттағы гуманитар йөктө туплау өсөн свитерҙар, балаклавтар, плащтар һәм эске кейемдәр тегергә ҡарар ителә. 70 йылы свитер һәм балаклав әҙерләү өсөн 70 метрлыҡ ике төргәк туҡыма талап ителә. Цехта эштәр көн дауамында бара. Әйберҙәрҙе ун машинкала тегәләр. Ҡайһы берәүҙәр беселгән өлгөләрҙе өйгә алып ҡайтып, эште дауам итә. Бигерәк тә “көмөш ирекмәндәр” айырыла: Зоя Ташева, Нина Шакурова, Илүсә Фәррәхова, Әлфиә Нуруллина, Маргарита Васяева, Зәбирә Шәрифуллина, Жанна Ғәбдрә­фиҡова, Лилиә Хазиева, Рузалия Костина, Дияш һәм Ҡуян ауылдарында йәшәгәндәр, коррекция мәктәп-интернаты хеҙмәткәрҙәре ҙур теләктәшлек күрһәтә.

 

Асҡындар ҡаҙы һәм сохари әҙерләгән

 

Асҡын районы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугир­ҙәренә тағы ла бер партия посылка ебәрҙе. Ирекмәндәр һәм әүҙем кешеләр ярҙамында бөтәһе 43 посылка әҙерләгәндәр. Йыйған әйберҙәр араһында аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, йылы кейемдәр бар.

Яугирҙәрҙең үтенесе буйынса мунса мейесе, тепловизорҙар, газ баллондары, иретеп-йәбештереү аппараты, ноутбуктар һәм принтер ебәргәндәр.

Берҙәмлектә – көс, тигәндәй Асҡын районының М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына үҙәк мәсеткә йөрөгән кешеләр бал алып килгән, Ҡашҡа ауылы халҡы – ҡаҙы һәм сохари, Урмияҙ, Көнгәк һәм Сураш ауылдары халҡы консервалар, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре туплаған. Шулай итеп, һәр ваҡыттағыса Башҡортостан халҡы илгә бәлә килгәндә берҙәм тупланып, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Ысынлап та беҙ бергә булғанда ғына, беҙҙе бер кем дә еңә алмаҫ.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: