Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 13:53

Һеҙ яңғыҙ түгел!

Рух ныҡлығын һаҡлау мөһим.

Бөгөн беҙ илдә үлем күрһәткестәре буйынса икенсе урында килгән яман шеш сире, уны асыҡлау, дауалау, яңы заманса технологиялар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләмәксебеҙ. Сирҙе нисек асыҡлайҙар һәм яман шеш диагнозы ҡуйылған осраҡта, артабан ни эшләргә? Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика онкология диспансеры мәғлүмәттәренә таянып, күп һорауҙарҙы асыҡлаясаҡбыҙ.

 

Яман шеште дауалап була

 

Табиптар ауырыуҙарҙың онкология сирҙәренән ҡурҡыуҙарын, диагнозды ҡабул итә алмауҙарын, ҡайғырыуҙарын яҡшы белә. Был ҡурҡыуҙы белгестәр канцерофобия тип йөрөтә. Кешеләр аңында яман шеш хөкөм ҡарары кеүек ҡабул ителә. Ысынында онкология сир­ҙәренең күбеһен бөгөн дауалап була, ә канцерофобия билдәһеҙ­лектән, белмәгәнлектән башлана һәм кешегә сиргә ҡаршы ныҡ торорға, дауаланырға ҡамасаулай.

Кеше йыш ҡына урындағы полик­линикаға терапевҡа, дерма­тологка йәки хирургка нимәгәлер зарланып, төрлө ялыуҙары менән мөрәжәғәт итә. Әгәр табип яман шеш булыуына шикләнһә, пациентты онкологка йәки тәүге онкология кабинетына, йә булмаһа, Амбулатор онкология ярҙамы үҙәгенә ебәрә. Ғәҙәттә, тәүге ҡабул итеүҙә үк “яман шешкә шик” диагнозы ҡуйыла. “Яман шеш” диагнозы гистология тикшереүе нигеҙендә асыҡлана – пациенттың шеш туҡымаһын алып тикшерәләр. Аҙаҡ уны махсус рәүештә эшкәртеп, табип-патоморфологка ебәрәләр. Тап ошо табип тикшергәндән һуң шештең биологик тибы, ниндәй күҙәнәктәрҙән тороуы асыҡлана. Өҫтәүенә сирҙең ниндәй стадияла булыуын, уның нисек таралыуын белеү өсөн төрлө тикшереүҙәр үтергә кәрәк, мәҫәлән, компьютер томографияһын, магнит-резонанс томографын, ультратауыш һәм башҡа тикшереүҙәрҙе. Ошо эш­тәрҙе башҡарғандан һуң пациент­тың бөтә мәғлүмәттәре телемедицина буйынса онкология диспансерына оҙатыла. Өс көн эсендә ауырыуҙы, белгестең исемен күрһәтеп, консультацияға саҡы­ралар.

 Аҙаҡ дауалау башлана. Сирҙең стадияһына ҡарап, төрлө дауа билдәләнә. Теге йәки был ысулды тәғәйенләү тураһында ҡарарҙы табиптар консилиумы ҡабул итә. Тәүге стадияларҙа хирургия йәки радиохирургия ярҙамында сир “оя”һын алып ташлау менән сикләнәләр. Сир аҙһа, комплекслы терапия тәғәйенләнә: хирургик операциялар, нур һәм химия терапияһы, иммунотерапия һәм башҡалар. Тейешле дауалар алған пациент диспансер күҙәтеүенә ебәрелә, реабилитация ысулдары тәҡдим ителә һәм иҫкәртеү тикшереүенә саҡырыла.

Табиптар яман шеш диагнозы ҡуйылған хәлдә төшөнкөлөккә бирелергә, ҡайғырырға, ҡурҡыуға төшөргә ярамай тип иҫкәртә. “Һеҙ бер ҡасан да сир менән күҙмә-күҙ яңғыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ. Беҙ һеҙгә ярҙам итеү өсөн бөтә тырышлыҡты һаласаҡбыҙ, бар ауырлыҡтарҙы бергә үтәсәкбеҙ, тик рух ныҡлығын һаҡлағыҙ!” – ти онкология диспансеры хеҙмәткәрҙәре.

 

Утыҙ аҙым урынына – туғыҙ...

 

Яман шешкә ҡаршы көрәшеү өсөн республикала күрелгән саралар, медицина учреждение­ларының матди базаһын нығытыу тураһында яҙып, аңлатып торабыҙ. Уларҙың береһе лә буш һүҙ түгел, барыһы ла реаль эштәр. Мәҫәлән, онкология диспансерында дауалау курсын ни бары туғыҙ аҙымда үтеү мөмкинлеген биргән яңы заманса аппарат эш башланы. Иҫке моделдәрҙә дауалау утыҙ этапҡа (!) һуҙылған булған. Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Рәсәйҙә етештерелгән “Halcyon” нур терапияһы системаһы алынды. Яңы ҡорамал онкология сирҙәренә дусар ауырыуҙарҙың 80 процентын һауыҡтырыр һәм тормош сифатын яҡшыртыр, тип өмөт ителә.

“Яңы ҡорамалдың “күҙе” лә зирәгерәк, рентген системаһы шешкә нурҙы аныҡ төбәй. Туҡымаға тәрән үтеп инеп, шеш күҙәнәктәрен юҡ итә, сәләмәттәренә зарар килтермәй. Пациенттарҙы үткәреү һәләте лә күпкә юғары”, – ти радиация онкологияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре докторы Фәһим Мофазалов.

Республикала яман шеште яңы технология буйынса дауаларға өйрәнделәр. Онкология диспансерында йыш ҡына пациенттарға ярҙам итеү буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, ултырыштар үтә. Бөтә Рәсәй “Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ” проекты ла уңышлы тип табылды. Кешеләр аңында был сир яңғыҙлыҡ, үлем, ҡурҡыу тойғоһо менән ярашмаһын, йәшәүгә ынтылыш һүнмәһен өсөн табиптар шулай төрлө алымдарҙы ҡуллана, үҙҙәрен һәм сирҙе еңгән кешеләргә арналған фотокүр­гәҙмәләр ойоштора.

Башҡортостанда “онкология” профиле буйынса медицина ярҙамының өс кимәлле системаһы ойошторолған, һәр кемдең файҙа­ланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге булдырылған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған бурыстар ифрат ҙур. Айырыуса яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтарын, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың вафат булыу күрһәткестәрен кәметеү ауыр, ҡатмарлы эш. Һәр кемдең медицина хеҙмәтенән файҙаланыуын яҡшыртыу ҙа – көн ҡаҙағындағы мәсьәлә. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу буйынса тармаҡта етди эш бара.

 

Үҙгәрештәр нимә бирер?

 

Һаулыҡ һаҡлау буйынса былтыр дәүләт программаһына индерелгән үҙгәрештәр беҙгә, Башҡортостанда йәшәгән һәр кемгә, нимә бирәсәк?

“Бюджет ресурстарының иң ҙур өлөшө социаль өлкәгә һәм граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә. Бюджет­тың социаль өлөшө – 70 процент тирәһе. Атап әйткәндә, 2023 йылға бюджетҡа үҙгәреш индергәндә “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаһын финанслау яҡынса ике миллиард һумға арттырылды”, – тип әйтелде Хөкүмәт ултырыш­тарының береһендә. Бынан тыш, “онкология” профиле буйынса медицина ярҙамы күрһә­теүҙең план күләмдәрен арттырыу ҡарала, шулай уҡ табиплыҡ амбулаториялары, дөйөм табиплыҡ практикаһы үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкциялар алыу планлаштырыла. Республикала медицина документтарының берҙәм һанлы базаһы булдырылыуы, унда беҙҙә йәшәгән һәр кем тураһында мәғлүмәт һаҡланған дүрт миллиондан ашыу электрон медицина картаһы тупланыуы тармаҡтың эшмәкәрлеген үтә күренмәле итә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, 600 миллиондан ашыу медицина ярҙамы күрһәтеү осрағы, тиҫтәләгән миллион лаборатор тикшеренеү, рецептар, электрон “больничный”ҙар барыһы ла бер базала! Система – медицина ойошмалары хеҙмәт­кәрҙәре өсөн көндәлек эш ҡоралы, иң мөһиме, уның нигеҙендә сервистар һәм хеҙмәттәр эшләй.

“Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, республикала үлем күрһәткесе 100 мең халыҡҡа 17,3 промилленән дә артмауы шарт. Медицина учреждениеларында иртә стадияла яман шеш осраҡтарының кәм тигәндә 56 проценты асыҡланырға тейеш. Сирлеләрҙең кәм тигәндә 70 процентының диспансер күҙәтеүендә булыуы мөһим. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин күрелгән  саралар һөҙөмтәһендә былтыр 11 ай эсендә яман шеш сирҙәренән үлем күрһәткестәренең элгәрге йыл менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа кәмеүен белдерҙе. Был хәл диагностиканың һәм яман шештәрҙе асыҡлау кимәленең яҡшырыуы хаҡында ғына түгел, ә кешеләрҙең сәләмәтлегенә иғти­барлы, һиҙгер булыуы, ваҡытында диспансерлаштырыу үтеүе хаҡында ла һөйләй.

Былтыр йәй Ядро үҙәгенең тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлауы республика өсөн ҙур ваҡиға булыуын да әйтәйек. Бында һәр кем медицина страховкаһы буйынса ПЭТ/КТ позитрон-эмиссион томографында халыҡ-ара сифат стандарттарына ярашлы бушлай тикшереү үтә ала. Ул онкологик ауырыуҙарға берҙәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мөһим звеноһы буласаҡ. Бөгөн бик күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарған юғары квалификациялы белгестәребеҙ, алтын ҡуллы хирургтарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Шулай ҙа һеҙҙең сәләмәтлегегеҙ – ул бары һеҙҙеке генә һәм һау булыуығыҙ яҡындарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың бәхете һәм шатлығы икәнен онотмағыҙ.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: