Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 78 йыл тула. Әммә күңел яралары һаман да уңалмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙең, бөтөн ауырлыҡтарҙы, михнәттәрҙе кисергәндәрҙең көндән-көн сафы һирәгәйә. Тик Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың батырлыҡтары һис кенә лә онотолмай.
Уҡыуға һәләтле була
Хәҙерге йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп кенә белә. Ул осор тураһында күп кинофильмдар төшөрөлгән, йырҙар һәм шиғырҙар яҙылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихты тулыһынса һүрәтләгән материалдар бик һирәк осрай, әммә тап шундай яҙма сығанаҡтарҙың береһен миңә лә күреү бәхете тейҙе.
Сабый саҡта өләсәйем беҙгә үҙенең атаһы тураһында бик күп һөйләй торғайны. Ул ваҡытта беҙ әле бала булыу сәбәпле, бәлки, күп нәмәне аңлап та етмәгәнбеҙҙер, әммә үҫә килә барыһына ла төшөндөк. Ҡартатайыбыҙҙың йәшәйешен дә, холҡон да, донъяға ҡарашын һәм хатта гел генә яратып йырлаған уҡытыусы тураһындағы йырын да бик яҡшы беләбеҙ.
Ғөбәйҙулла Зариф улы Сәлихов 1914 йылдың 23 авгусында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенә ҡараған Бикташ ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Аҡбулат ауылында) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. 1921 йылда аслыҡтан атаһы вафат була, һәм шул уҡ йылда ярҙам йөҙөнән Йылайыр кантоны Үрге Назар ауылында йәшәгән туғандары ҡартатайымды үҙҙәренә ала. 1927 йылда Ғөбәйҙулла Зариф улы Сабатар ауылы мәктәбенә уҡырға төшә. 18 йәшендә колхоз уны Башҡорт АССР-ы “Һаҡмар” совхозына ветеринарҙар курсын үтергә ебәрә. Артабан ул Ленин коммунистар партияһы йәштәр ойошмаһына ҡушыла, Сабатар ауылында һатыусы булып та эшләй.
Ҡартатайым һәр саҡ белемгә ынтылып, киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәгән. Алдынғы ҡарашлы, иҫ киткес зирәк үҙенсәлекле кеше була. Үҫмер сағында уҡ рус телендә таҙа һөйләшкән, ул ваҡытта ижад иткән күп яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яттан белгән. Шулай уҡ тарих, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған. 1935 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайға өс йылға уҡырға инә, немец телен өйрәтә, шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә. Финансист курстарын үтә һәм Ейәнсура районында өлкән инспектор, һуңғараҡ “Ҡыҙыл таң” колхозында иҫәпсе белгесе булып эшләй.
Тыуған ил һағында
Донъялар тыныс тормау сәбәпле, 1939 йылдың йәйендә ҡартатайым Тоцк ҡалаһында урынлашҡан офицерҙар мәктәбенә ебәрелә, унан бер йыл алда ул хәрби әҙерлек үтә. 1939 йылда Советтар Союзы менән Финляндия араһында мөнәсәбәттәр боҙола һәм Совет-Фин һуғышы башланып китә. Ҡартатайым һуғышҡа 1940 йылдың 8 ғинуарында алына һәм Һыратау өлкәһенең Петровск ҡалаһында 17-се запас полкында хеҙмәт итә, Эстония, Латвия, Литва илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Шул уҡ йылдың сентябрь айында демобилизациялана, тыуған ауылына ҡайтып, колхозда бухгалтер булып эш башлай. Был ваҡытҡа инде уның кәләше Маһинур менән ике балаһы була.
Әммә тыуған яҡтарында оҙаҡ торорға яҙмай. 1941 йылдың 22 июнендә Германия ғәскәрҙәре илебеҙгә баҫып инә. Ҡартатайым, тәжрибәле кеше булараҡ, 30 июндә Һыратау өлкәһенең Вольск ҡалаһындағы хәрби-химик училищеһына курсант булып алына. Уны тамамлағас, Ғөбәйҙулла Зариф улына кесе лейтенант дәрәжәһе бирелә. Үҙенең көндәлегендә ул былай тип яҙа: “Әҙер офицерҙарҙы подразделениеларға бүлгәндә, 55 кешене взвод командиры итеп 12-се батальонға алдылар, улар араһында мин дә бар инем. Мин бында 1942 йылдың апреленә тиклем хеҙмәт иттем, яугирҙәрҙе фронтҡа әҙерләнем. Тикшереү үткәндә шәхси составтың яҡшы әҙерлеге өсөн рәхмәт хаты алдым, был яңылыҡ шулай уҡ полк гәзитендә лә баҫылып сыҡты”.
Ҡартатайым юҡҡа ғына командир булып китмәгән. Уның аҡыллы кәңәштәре һәм һабаҡтары, моғайын, күп кешенең ғүмерен ҡотҡарғандыр, ҡотолғоһоҙ хәлдә яңы һулыш биргәндер. Көндәлегендәге яҙыуы буйынса ул хатта ант бирә. 1942 йылдың июлендә ҡартатайым Воронеж фронтына барып эләгә. Был ерҙәрҙә аҙналап ҡаты яуҙар бара. Үҙ яғынан һалдаттар бер ниндәй ярҙам көтөп ала алмайҙар, ә дошман көслө ҡоралдары, бер туҡтауһыҙ авиация һөжүме менән баҫып килгәс, отряд ҡамауҙа ҡала. 5 июлдә Ғөбәйҙулла Зариф улы контузия ала һәм фашист ҡапҡанына эләгә...
“Юҡ, мин башҡорт!”
Көндәлектән алынған яҙма: “Ҡулға алынғас, беҙҙе көнбайышҡа ҡыуҙылар. Касторна станцияһына килтереп һарайға яптылар. Палачтар аҙыҡ та, хатта эсергә һыу ҙа бирмәй. Бандай шарттарҙа беҙҙе алты-ете көн тотҡандан һуң, вагондарға тейәп, артабан алып киттеләр. Бик тығын, хатта ултырырға ла мөмкинлек юҡ, етмәһә, танауға бәреп ингән һаҫыҡ еҫ сыға... Арып-талып бөткән һалдаттар берәм-берәм үлә башланы. Житомир ҡалаһына (Украина) килеп еттек. Лагерға ҡыуып индереп, колоннаға бишәр кеше теҙҙеләр. “Йуден?”, “Иудаты?” – һорау алыу башланды. Палачтар минең янға ла килеп етеште. “Һин йәһүдме?” Мин баҫтым да: “Юҡ, мин башҡорт!” – тип урыҫ телендә яуап ҡайтарҙым. Ышанманылар. Сәсем сөм-ҡара һәм бөҙрә ине ул саҡ. Бер кеше яныма килеп, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең кем булыуын һораны. Белгәнемде әйттем. Ары киттеләр...”
Концлагерҙың тәртибе бик ҡырыҫ була. Көн һайын иртәнге аштан һуң ике-өс сәғәт сүкәйеп йөрөргә ҡушҡандар. Астан, хәлһеҙлектән интеккән әсирҙәрҙе палачтар резина ҡамсылар менән туҡмаған. Кемдер “насар эш” ҡылһа, уны сәнскеле сымдар өҫтөнән шыуыштырғандар. Лагерь эсендә аслыҡ, тиф, дизентерия ҡоторған. Ашарға серек картуфты тары йәки ҡарабойҙай ҡабығы менән бутап биргәндәр. Ҡыҫҡаһы, кешелекһеҙлектең юғары кимәленә еткәндәр.
1942 йылдың октябрендә ҡартатайым Седлице (Польша) ҡалаһындағы лагерға барып эләгә. Көндәлектәренән: “Бында мин яҡташым, Татарстан шағиры Муса Йәлил менән таныштым. Уның алты шиғырын яҙып алдым, уларҙы үҙемдә һаҡлайым (“Дустым хисы”, “Дустыма”, “Сойгэн дустым”, “Озатып калучы”, “Туган ил сулары” һәм “Ҡартлыҡ”)”.
“1943 йылдың апрелендә беҙҙе Польшалағы Радом ҡалаһына ҡыуып килтерҙеләр. Яҡташым, гел бергә йөрөгән дуҫым инженер-химик Т. Карпенко Седлицела ҡалды, уның менән хушлашыыу бик ауыр, сөнки икәүләп ут-һыу кисеп сыҡтыҡ, бар ауырлыҡтарҙы бергә үткәрҙек. Был лагерҙа мин 15 ай булдым. 1944 йылдың 20 июлендә мине һәм тағы ла алты кешене ҡулға алдылар, яңы иптәшем менән бергә эләктек беҙ унда. Бер нисә көн бикләп тоттолар, тентеү яһанылар, һуңынан Берлиндағы төрмәгә оҙаттылар”.
Германия, Австрия...
Германияла был ваҡытта Гитлерға ҡаршы сығыусылар була, ҡаршылыҡ күрһәткән ойошмалар килеп сыға башлай. Шуға күрә үҙҙәренә ҡурҡыныс тыуҙырған кешеләрҙе ҡалған әсирҙәрҙән алыҫ тоторға булалар, ҡартатайым тап шулар араһына инә. Бер ай артыҡ төрмәлә ултырғандан һуң уны Венаға (Австрия) “Венайзин” лагерына күсерәләр. Берлин да, Вена ла был көндәрҙә бомбаға тотола, шуға ла көн һайын әсирҙәрҙе һаҡсылар менән ҡалаға сығарып, урам таҙартырға ҡушалар. Ҡартатайымдың иҫтәлектәренән: “Барыбыҙ ҙа еңеүҙең яҡынлашҡанын белә инек, тышҡа сығарһалар, юрамал ялҡауланып, бер эште әллә нисә тапҡыр яйлап эшләп, ҡайһы саҡ бөтөнләй боҙоп китә торғайныҡ. Янғындар һүндерергә, ауған вагондарҙы кире тимер юлға ҡуйырға, килеп сыҡһа, бомбаларҙы зарарһыҙландырырға палачтар беҙгә ҡуша ине”.
Ғөбәйҙулла Зариф улының концлагерҙарҙағы һуңғы туҡталышы Дунай йылғаһы буйындағы Ленце ҡалаһы була. Ул унда 1945 йылдың 5 майына тиклем ҡала. Көндөҙгө сәғәт 2-лә Америка танктары тимер сымдарҙы өҙөп ингәс, ҡартатайым тыуған иленә ҡайтарыла.
Ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар
Советтар Союзы яугире өсөн әсирлеккә эләгеү хурлыҡ тип һаналған. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй, ҡулға алыныуға ҡарағанда, күбеһе үлемгә өҫтөнлөк бирер булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсирҙә булғандарға һатлыҡйән тип ҡарағандар... Тап шул һынау ҡартатайымды ла урап үтмәгән. Уны йәнә төрмәгә ултырталар. Ғөбәйҙулла ҡартатайҙың уҡымышлы булыуы, нимес телендә таҙа һөйләшеүе барыһын да шикләндерә. Өҫтәүенә концентрацион лагерҙа булған! Етмәһә, тере ҡайтҡан!
Тикшереүҙәр бик оҙаҡ бара. Ул 1946 йылда ғына тулыһынса аҡлана һәм ғаиләһе янына ҡайта. Уға кесе лейтенант исемен ҡайтаралар, Коммунистар партияһынан сығармайҙар.
Һуғыштан һуң Ғөбәйҙулла Зариф улы Сәлихов колхозда бухгалтер булып эшләй. Өләсәйем менән улар ете бала үҫтергәндәр, һәр береһенә юғары белем биргәндәр. Кинйә улдары философия фәндәре докторы Ғәфүр Ғөбәйҙулла улының: “Атайым немец телендә таҙа һөйләште, концлагерҙарҙа йыш ҡына әсирҙәр файҙаһына тәржемә иткән, ғүмерҙәрен ҡотҡарған. Үҙенә оҡшамаһа ла, беҙ белһен тип, һуғыш тураһында бик күп һөйләй торғайны. Ғөмүмән, ул бик аҡыллы кеше булды”, – тип һөйләгәне иҫтә.
Ҡартатайым 1973 йылдың май айында автомобиль аварияһында фажиғәле һәләк булған.
Алты шиғыр...
2007 йылдың көҙөндә, Сәлиховтар ғаиләһенең иҫке йортон һүткән саҡта, өй башында күн портфель табалар. Уның эсендә фотоһүрәттәр, көндәлектәр һәм ҡасандыр Муса Йәлилдең үҙенән яҙып алған алты шиғыры ятҡан була.
Муса Йәлил плендан үҙенең өс дәфтәрен биреп ебәрә. Береһен 1946 йылда Татарстан яҙыусылар союзына әсирлектә булған Ниғмәт Тереғолов ҡайтара. Икенсеһе – “Моабит дәфтәре” Бельгия кешеһе Андре Тиммерманста табыла. Өсөнсөһөн Ғәббәс Шәрипов алып килә. Әммә Тереғолов та, Ғәббәс Шәрипов та ҡайтыу менән төрмәгә эләгә. Ниғмәт шунда уҡ үлеп ҡала, ә Ғәббәс 10 йыл зинданда үткәргәндән һуң, Волгоградта ҡала.
1946 йылдың ғинуарында Төркиә гражданы Казим Миршан тағы ла бер дәфтәрҙе Италиялағы Советтар Союзы илселегенә ебәрә. Шиғырҙар йыйынтығы Мәскәүгә әйләнеп ҡайта, ләкин шунда уҡ юғала.
Ҡартатайым менән ҡайтҡан һәм быға тиклем бер кем дә белмәгән Муса Йәлилдең шиғырҙары тураһында һүҙ сыҡҡас, ҙур бәхәстәр, тикшеренеүҙәр башлана. Һөҙөмтәлә уларҙы 2015 йылдың 28 авгусында Ҡазан ҡалаһындағы “Камал” театрында “Пар канатлар” радиотапшырыуы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейына арналған тамашаһында тәү тапҡыр уҡып ишеттерҙе. Был шиғырҙар бөтөн Европаны урап, шағирҙың тыуған еренә ҡартатайым ярҙамында ғына ҡайтып етә.
Яҙмышыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулдарҙа. Туғанлыҡ сылбырҙарын белеү, ата-бабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһын телдән-телгә еткереү XXI быуат кешеһенә бик мөһим. Тормошобоҙ яҡты, күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын өсөн, беҙ тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, ғаилә ҡиммәттәрен киләсәк быуындарға еткерергә тейешбеҙ!
- Камила ҠЫУАТОВА