Бөгөн “Башҡортостан” гәзите журналистары командировкаға Әлшәй районына сыҡты.
Яңылыҡтар менән танышыу район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин менән осрашыуҙан башланды. Республика кимәлендә матур ҡаҙаныштары хаҡында ишетеп шатландыҡ. Муниципалитеттар араһында уҙғарылған “Йыл ҡаҙанышы” конкурсында әлшәйҙәрҙең күрһәткесе ғорурланырлыҡ - 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Тотороҡло иҡтисади үҫеш” номинацияһында район еңеүсе тип танылған. Был - дөйөм ҡаҙаныш, унда Әлшәйҙәге һәр кешенең хеҙмәт өлөшө ингән, ти район хакимиәте башлығы.
Халыҡтың тормош-көнкүреше менән танышыу маҡсатында был юлы Ниғмәтулла ауыл биләмәһенә юлландыҡ. Ошо хаҡта гәзитебеҙҙә урындағы хакимиәт башлығы Шамил Әхмәтов менән интервью донъя күрер. Был ауыл биләмәһе крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән көслө, уларҙың һаны 12-гә етә. Фермерҙар ошо төбәктәге проблемаларҙы хәл итеүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ниғмәтулла ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, өсөнсө быуын уңышлы эшләгән Дибаевтар династияһы менән дә таныштыҡ. Тәжрибәле педагог, мәктәп директоры ғына түгел, ғаиләһе менән дә өлгө булған Эльвира Шәймөхәмәтова менән осрашыу ҙа күңелдә матур, бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Күпләп ҡош-ҡорт аҫраған, йәшелсәселек менән шөғөлләнгән уңған хужалар - Айгөл һәм Фәнис Дәүләтшиндар ҙа ауылдың егәрле ғаиләләренең береһе, улар теплицарында эште апрель айында башлаһа, май башында ҡыярҙары өлгөрә.
Нефорощанка тигән бәләкәй генә ауылында үҙенең хужалығында күпләп йылҡы, һыйыр малдары, һарыҡ аҫраған, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Сергей Касьяновтың ғаиләһе лә - эшһөйәрлек өлгөһө, улар ситкә китмәйенсә, тыуған еренә, яҡташтарына кәрәкле булып донъя көтә. Ошо һәм башҡа ябай хеҙмәт кешеләре хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә тиҙҙән уҡырһығыҙ.
Әлшәй ере “Башҡортостан” гәзитен алдырыусыларҙың күп булыуы менән дә ихтирам уята. Киләсәктә лә улар менән бәйләнеш өҙөлмәҫ тигән ышаныстабыҙ.
Автор фотолары.