Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 08:45

Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре

Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙарының шәл бәйләү оҫталығы хаҡындағы  даны әллә ҡайҙарға таралған. Әммә һәр эштең тәртибе һәм сере бар. Яңыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары әйтеүенсә...

Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре

Ейәнсура районының Яңыбай ауыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында район данын яҡлай. Ауылда сәләмәт тормошона өҫтөнлөк биргән, әүҙем булмышлы кешеләр йәшәй. Улар әленән-әле файҙалы, эстәлекле саралар уҙғарып тора һәм башҡаларға өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ауылдың оҫтабикәләре шәл бәйләү өмәһе уҙғарған.

Яңыбай ауылы китапханасыһы Әлиә Ҡәҙербәков беҙгә түбәндәге мәғлүмәтте ебәргән.

“Бөгөн шәл бәйләү биҙәү-ғәмәли сәнғәтендә үҙенең лайыҡлы урынын биләй. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә, борон сыра яҡтыһында егәрле һылыуҙарыбыҙҙың оҫта ҡулдары тыуҙырған дебет шәлдәр, бөгөнгө йәшәйештә ғәжәйеп матур, сифатлы кейем өлгөһөнә әүерелде. Әммә кейем халыҡтың тормошо, көнкүреше, уның тәбиғәт менән бәйләнешенең сағылышы ғына түгел, ә күңел торошо ла, меңәр йыллап тарихы булған мәҙәниәтенең көҙгөһө лә. Башҡорт шәле – кейем генә түгел. Ул ҡабатланмаҫ уникаль сәнғәт өлгөһө.
Дебет менән булышыу түҙемлек талап итә, ни өсөн тигәндә, бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ҡыш башланғас та кәзәләрҙе тарауға әҙерләй башлайҙар: яҡшы итеп ашаталар. Хужа уларҙы өшөтмәҫкә тырыша, шулай уҡ артыҡ йылыла ла тотмай. Ошо тәртипте тотҡан хәлдә генә сифатлы дебет алына. Кәзәләрҙе февраль урталарында тарай башлайҙар. Был ваҡытта сатлама һыуыҡтар һаҡлана һәм шул уҡ ваҡытта көндәр яҙға табан ауыша башлай. Тап ошо мәлдә тарап алынған дебет ҡабарынҡы, ҡуйы булып үҫкән, еңел таралып сыға һәм ойошмай. Таралған дебетте башта бысраҡтан, саңдан, ҡылдан таҙалап алғандан һуң йыуалар һәм майһыҙландыралар. Дебет эш башлауға әҙер. Унан һуң дебетте кәрәкле күләмдә үлсәп алып шәл бәйләүгә әҙерләйҙәр. Шәлдең ҙурлығына, ҡалынлығына ҡарап уртаса 300 грам алына. Әҙерләнгән дебетте башта шапалаҡ менән (честка) менән эшкәртәләр һәм уның бер төйөрө лә ҡалмай, бер төҫтә генә булып, ебәктәй йомшаҡ ҡына булып китә. Был дебетте орсоҡтар менән иләйҙәр, иләп бөткәс, дебеткә төҫөн тура килтереп алынған ҡатлыҡ ҡушып сираталар. Шәлгә еп әҙер. Шәл сығарыу өсөн дүрт яҡ ситтәрен бәйләйҙәр. Уртаһын махсус шәл бәйләү машинкалары менән бәйләгәс, ситтәрен ҡушып- теркәп сығалар. Шәл эшләнеше ошоноң менән бөтә. Ләкин ҡабартаһы бар әле, сөнки еренә етеп ҡабартылған шәл тағы ла матурланып, ҡатын-ҡыҙың бер зауыҡлы ябыныу әйбере булып тора. Шәлде баш кейеме итеп тә, арҡаға һалып та ябыналар. Сатлама һыуыҡтарҙа урана торған алыштырғыһыҙ йылы әйбер булып тора.

Беҙҙең Ейәнсура районында шәл бәйләү эше борон-борондан һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килә. Бөгөн дә бик популяр ҡул эше булараҡ, хатта районыбыҙҙың бренды тигән даны бар. Беҙҙең яҡтың уңған оҫтабикәләренең шәлдәрен республика кимәлендә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр. Дебеттән шәлдәр генә түгел: палантиндар, паутинка, кәсинкәләр, кардигандар бәйләйҙәр. Ойоҡбаш-бейәләй, бирсәткәләр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, тағы әллә нимәләр фантазиялап бәйләйҙәр. Шулай уҡ, уларҙы һатыу яҡшы  килем сығанағы булып тора.
Күптән түгел Яңыбай ауыл китапханаһында “Етегән”, “Ҡороюл” ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбле  “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә, “Шәлдәрҙә – күңелем биҙәктәре” исемле кис ултырыу сараһы ойошторҙоҡ. Шәл темаһына бәйле төрлө ҡыҙыҡлы факттар уҡып ишеттерҙек, фекер алыштыҡ. Ауылдың уңған ҡатындары был матур йоланы тергеҙеү һәм киләсәк йәш быуынға тапшырыу йәһәтенән башҡарасаҡ эштәрҙе күҙалланы. Ғөмүмән, беҙҙең ауылдың уңған еңгәйҙәре, апайҙары шәл бәйләүгә бик оҫта. Улар тиҙ арала дебетте эшкәртеп, иләп, ярышып бәйләне, ял минуттарында йырлап, хатта билде яҙыр өсөн бейеп тә алды.  Сара бик матур үтте, аҙаҡтан тәмлекәстәр менән сәй эстек”, - тип яҙа Әлиә Ҡәҙербәкова. 

Фото һәм видео: Әлиә Ҡәҙербәкова.

 

Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Шәлдәрҙә – күңел биҙәктәре
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: