“Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы”на ярашлы, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар комитетының “Юлдаш” радиоһы республикабыҙҙа “Атайсалға изге эштәр” конкурсын иғлан итте. Маҡсаты – ауыл халҡының йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу әүҙемлеген дәртләндереү, урындағы идаралыҡты үҫтереү, тыуған яғыбыҙға ярҙам идеяһына теләгән һәр кемде ылыҡтырыу. Конкурс республикалағы иң яҡшы ауыл биләмәһен билдәләйәсәк.
Конкурста ҡатнашыусылар башҡарылған эштәрҙе һүрәтләп, бер нисә фотоһын социаль селтәрҙәге “Юлдаш” төркөмөнә (“ЮЛДАШ” радиоһы 105.5 Fм (vk.com)) ебәрергә тейеш. Еңеүсене 6 февралдә “Юлдаш” радиоһының иртәнге эфирында иғлан итәсәктәр.
Конкурста еңеүсегә үҙенсәлекле бүләк әҙерләнә – “Юлдаш” радиоһының ижади коллективы һәм башҡорт эстрадаһы ҡатнашлығындағы күсмә концерт. Концерттан йыйылған аҡса ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тапшырыласаҡ.
Конкурс шарттары менән “Юлдаш” радиоһының “Бәйләнештә” төркөмөндә төплөрәк танышырға мөмкин. Бергәләп тырышҡанда ауылдарыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, яҡшыраҡ итә алабыҙ!