Был турала Ырғыҙлы мәҙәниәт йорто хәбәр итә:
"27 ғинуарҙа мәҙәниәт йортонда "Аҡ ҡына бейәләйем" исемле ял кисәһе үтте. Ауылдын оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары бәйләп алып килгән бейәләйҙәргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Йөндән биҙәкләп бәйләнгән бейәләйҙәр, сигеп эшләнгән бейәләйҙәр, төрлө материалдарҙан тегелгән бейәләйҙәр, барыһыла күҙ нурҙары түгеп нағышлап эшләнгән ҡул эштәре улар.
Фәниә апай Рудайының бейәләйҙәре бик үҙенсәлекле матур биҙәктәр һалып бәйләнгән. Ноғоманова Зөлфирә, Ҡасимова Рәмилә, Айытова Нәфисә, Сәлихова Фатима, Сәйфуллина Зәйтүнә, Ғәбитова Зөбәржәт апайҙарҙың бейәләйҙәре һәр береһе төрлө биҙәктәр менән бәйләнгән ине. Шишкова Нәсимә апай хатта иң бәләкәй бейәләйҙәр бәйләп алып килгән.
Кисәгә килеүселәр һәр береһе үзенең алып килгән бейәләйҙәре хаҡында һөйләп үткәндән һуң, матур итеп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, күңелле ял итеп таралыштылар".
Фото: https://vk.com/club162927336