Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2023, 09:30

Хәйбуллалар йылды барланы

"Иң яҡшы һөнәр оҫтаһы" конкурсы районда өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Йыл һайын 16 номинация буйынса егерме еңеүсене асыҡлайҙар. 

Хәйбуллалар йылды барланы
Хәйбуллалар йылды барланы

Кисә район Мәҙәниәт йортонда уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Район Советы депутаттары алдында үткән йылдағы эшмәкәрлек тураһында отчет менән муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сығыш яһаны.

Осрашыу барышында Рөстәм Динислам улы үткән йылға йомғаҡ яһаны, башҡарылған эштәрҙе барланы. Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын һәм Башҡортостан Республикаһында Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылын асып, быйыл да йыл уңышлы булыр, тигән ышаныс белдерҙе.

Һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу һәм Хәйбулла районы учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында 2022 йылда йәнә «Һөнәре буйынса иң яҡшы» муниципаль конкурсы иғлан ителгән. Конкурс комиссияһына 16 номинация буйынса 34 заявка бирелгән, шуларҙың  20-е  еңеүсе тип танылған. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар.

Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына  Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы менән Аҡъярҙың  2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы Илшат Ҡаҙаҡҡолов һәм мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район мәғариф идаралығы технологы Рәйсә Ҡоҙабаеваға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе тапшырылды.

Муниципаль район Советы ҡарары менән отставкалағы милиция подполковнигы Әхмәт Хәмит улы Хәмиҙуллинға «Хәйбулла районының почетлы гражданы» исеме бирелде.

Сара эшләнәсәк эштәргә дәрт өҫтәне, иң яҡшы һөнәр алдынғыларына хөрмәт күрһәтте, район таланттары тарафынан үрелеп барған бай йөкмәткеле концерт сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Хәйбуллалар йылды барланы
Хәйбуллалар йылды барланы
Хәйбуллалар йылды барланы
Хәйбуллалар йылды барланы
Хәйбуллалар йылды барланы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: