Баймаҡ районының Темәс ауылынан Илсур Ильясов күптәрҙең күңеленә яҡын. Ул ҡатыны Гөлназ менән өй һалып инде. Әле шул хужалығын нығыта, киңәйтә, мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа һарай эшләй. Гөлназ гөлдәр үҫтерә, тәмле итеп ашарға бешерә. Яңыраҡ генераль йыйыштырыу үткәреп, бөтә өйөн йыуып алғандар.
Ильясовтарҙың видеояҙмаларынан күренеүенсә, ир-егет әле кешегә утын бысыу, утын ярыу менән шөғөлләнә. Тик электр бысҡыһы ғына боҙолоп, эште тотҡарлай икән. Шулай үҙенең тырышлығы һәм атай тип йөрөткән оло йөрәкле яҡыны ярҙамында тиҙ генә уны ремонтлап, тағы эшкә тотона ул. Яҡын киләсәктә Илсур яңы бысҡы һатып алырға теләй. Шулай булмай, бысҡы - уның төп эш ҡоралы, шуның менән ул Темәс һәм яҡын-тирә ауылдарҙа халыҡҡа утын әҙерләп көн итә.
Ә тиҙҙән Илсур йортоноң бер яғын төҙөкләндереп, унда кухня эшләмәксе. "Алла бирһә, бында йәйгелеккә кухня эшләмәксемен. Ошонда тәҙрә төбөндә сәй эсеп, тышты, матур тәбиғәтте ҡарап ултырырға мөмкин буласаҡ. Бына бурса стенаны көпләргә материал алдым. Мейес ултыртасаҡмын, торбалар үткәрәм. Икмәк бешерергә мейесе, плитәһе лә буласаҡ.
Тик нимә эшләйем тиһәм дә, аҡсаға барып төртөлә. Әгәр ҙә уҡымышлы булһам, әллә кемгә уҡыр, иретеп йәбештереүсе булып, Себергә сығып китеп аҡса эшләр инем. Әле шул пенсия аҡсаһын йыйып барам.
Сибайҙан кирбес, ике матур ғына ишек алып килделәр. Өйҙә йоҡо бүлмәһе эшләһәм, шунда ҡуясаҡмын. Илнур исемле егеткә рәхмәт.
Ҡатын кешегә айырым кухня кәрәк инде", - ти ул Гөлназды хәстәрләп.
Тағы бурсанан кухняға төкәтмә яһарға ла йыйына. Эргәлә генә ҡоҙоғо бар, шунан соҡор ҡаҙып, торба һуҙып, һыу үткәрмәксе. Кәләшкә еңелерәк булыр, ти. Төкәтмәлә кер йыуыу машинаһы, душ кабинаһы урынлаштырмаҡсы. Йәй көнө эштән һуң саң баҫып китә, тиҙ генә сайынып алыр кәрәк бит инде, ти ул.
Илсур ҡорбан салып, йортона аят та уҡытмаҡсы. Тырыш яҡташыбыҙға тормошонда, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Ильясовтарҙың шәхси архивынан.