Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡайғы уртаҡлашты.
“Бөгөн ҡайғылы хәбәр килде. Татарстандың һаулыҡ һаҡлау министры Марат Наил улы Садиҡов 53 йәшендә вафат булды.
Марат Наил улы менән күп тапҡыр осрашырға насип итте. Медицина темаларына ла һөйләшә, йыш ҡына шылтыратышып, Рәсәйҙә һәм төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алыша торғайныҡ. Уның көтмәгәндә вафат булыуы күңелде тетрәндерҙе.
Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғының уртаҡлашам. Яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә һаҡланыр”, – тип яҙған Максим Забелин.
Фото: vk.com/zabelinm
Сығанаҡ: vk.com/zabelinm